Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
3 Февраль , 11:42

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм ғаиләләренә ярҙам саралары тураһында

Мәләүез районы мәғариф идаралығы методисы Вилиә Фәхретдинова Башҡортостан Республикаһы Башлығы Мөрәжәғәтнамәһенә ҡағылышлы үҙ фекерҙәре менән бүлеште.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм ғаиләләренә ярҙам саралары тураһындаМахсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм ғаиләләренә ярҙам саралары тураһында
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм ғаиләләренә ярҙам саралары тураһында

“Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары алдында Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны. Мөрәжәғәтнамәнең тотош мәғәнәһе һәм йөкмәткеһе "Барыһы ла Еңеү өсөн" һүҙҙәре менән билдәләнде.

Мөрәжәғәтнамәнең төп маҡсаты, минеңсә, - әлеге ваҡытта дауам иткән махсус хәрби операция шарттарында Башҡортостан өсөн 2026 йылға өҫтөнлөклө бурыстарҙы билдәләү. Махсус хәрби операцияла республика, ысын мәғәнәһендә, әүҙем ҡатнаша. Хәрбиҙәр әҙерләү, пилотһыҙ системаларҙы формалаштырыу һәм ебәреү, шулай уҡ махсус хәрби операциянан ҡайтыусыларға ярҙам итеү һәм реабилитациялау мәсьәләләрен яҡтыртты. Радий Фәрит улы был эшкә Башҡортостан халҡының әүҙем йәлеп ителеүен һәм уға ҙур өлөш индереүен күрһәтте.

Әлеге мәлдә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләрен ярҙам саралары әүҙем алып барыла. Был йәһәттән МХО башланыу менән ярҙам саралары башланды. Был балаларҙың ялын ойоштороуҙа ла, уҡырға ингәндә лә, туҡланыу мәсьәләләрендә лә һиҙелә.

Башҡортостан Башлығы МХО биләмәһендә һәләк булғандарҙың балаларына артабан да ярҙам итергә вәғәҙә бирҙе.

Автор:
Читайте нас