Көнгәк
0 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Февраль , 20:00

Башҡортостанда һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле бер нисә автомобиль юлы ябылды

       

Ксения Калинина / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
 
Фото: Ксения Калинина / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Һауа шарттарының боҙолоуына бәйле һәм юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында түбәндәге участкаларҙа йөк һәм пассажирҙар транспорты өсөн хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә:

  • М-5 «Урал» автомобиль юлында 1194-се саҡрымдан 1363-сөгә тиклем;
  • Өфө-Бөрө-Яңауыл автомобиль юлында 67-се саҡрымдан 214-сегә тиклем;
  • М7 Волга 1171-се саҡрымдан 1229-сыға ҡәҙәр;
  • Бәләбәй-Николаевка-Туймазы-Баҡалы 0 саҡрымдан 133-сөгә тиклем;
  • Бөрө-Таҙтүбә-Һатҡы 0 саҡрымдан 180-сегә ҡәҙәр;
  • Дүртөйлө-Нефтекама 0 саҡрымдан 87-сегә тиклем;
  • Дүртөйлө-Борай 0 саҡрымдан 63-сөгә ҡәҙәр.

Сикләү 4 февралгә иртәнге сәғәт 9-ға тиклем ғәмәлдә ҡала, тип хәбәр итә Башҡортостан Дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәте.

https://www.bashinform.ru/news/social/2026-02-03/v-bashkirii-iz-za-nepogody-zakryli-srazu-neskolko-avtodorog-4563066

Автор: Ләйлә Аралбаева
Автор:
Читайте нас