

«Атайсал» проекты һәм «Айыҡ ауыл» конкурсының республика этабында ҡатнашыу сиктәрендә Дарьино ауылында яҡташтар осрашыуы үтте.
Конкурстың муниципаль этабында еңеү яулап, республика этабына әҙерлек алып барған ауыл халҡы Партизан ауыл биләмәһен үҫтереүҙең көнүҙәк мәсьәләләрен тикшерҙе, программаларҙа әүҙем ҡатнашыусыларҙы һәм меценаттарҙы бүләкләп, артабанғы эш маҡсатын билдәләне.
Осрашыуға республика Сауҙа-сәнәғәт палатаһының беренсе вице-президенты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы Николай Арбузов килде.
Сарала ҡатнашыусыларҙы район хакимиәте исеменән район Советы секретары Татьяна Булашова сәләмләне. Ул «Хладобойня Строгонов» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Артем Мөхтәруллинға, крәҫтиән-фермер хужалығы етәкселәре Алексей Арбузов, Валерий Буров, Марина Филатоваға, Андрей Акшенцевҡа, Алексей Шаминға районы хакимиәтенең Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
- Крәҫтиән-фермер хужалыҡтары етәкселәре һәм «Хладобойня Строгонов» йәмғиәте директоры ауыл биләмәһендә үткән конкурс һәм проекттарға даими ярҙам итә. Биләмәләге бер генә сара ла уларҙың иғтибарынан тыш уҙмай. Улар шулай уҡ «Атайсал» республика проектында әүҙем ҡатнаша, мөмкинлектәренә ҡарап, тыуған төйәгенә ярҙам итә.
Бөгөн мәрхүм Александр Замесинды иҫкә алмай булдыра алмайым. Ул үҙенән һуң ҙур мираҫ - Васильевка ауылында Христос Раштыуаһы сиркәүен ҡалдырҙы. Халыҡ уны оло ихтирам менән иҫкә ала. Уның эшен улы Алексей лайыҡлы дауам итә. Атайҙары эшен дауам иткәндәр рәтендә Виталий Урчев һәм Андрей Акшенцев та бар. Барығыҙға ла рәхмәт белдерәм, - тине үҙ сығышында Партизан ауыл биләмәһе башлығы Наталья Любишева.
Ауыл биләмәһе башлығы һүҙҙәрен һандар ҙа раҫлай. Биш йыл эсендә «Атайсал» буйынса дөйөм суммаһы 10339400 һумлыҡ 141 проект тормошҡа ашырылды!
Етәксе шулай башҡа программалар тураһында ла һөйләне. Мәҫәлән, һуңғы биш йылда ауыл халҡы ауылдарҙы төҙөкләндереүгә йүнәлтелгән «Урындағы башланғыстарҙы хуплау» программаһы һәм «Беҙҙең ауыл» муниципаль проекты сиктәрендә бөтәһе һигеҙ проектты тормошҡа ашырҙы.
Наталья Ивановна Виталий Урчев, Владимир Матвеев, Алексей Замесин, Иван Вахмистров, Евгений Торгашов, Татьяна Торгашова, Ольга Рогожина, Алексей Поворотов һәм Данис Абдразяповҡа ауыл биләмәһе хакимиәтенең Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Беҙ үҙ сиратыбыҙҙа, Дарьино халҡына республика кимәлендә лә уңышлы сығыш яһауҙарын теләйбеҙ.
Гөлиә ШАҺИҒӘЛИНА.
Автор фотоһы.