Көнгәк
-3 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Февраль , 12:35

Уңыштар һеҙгә, һөнәрмәндәр!

Ҡаланың күп йүнәлешле һөнәри белем биреү колледжында «ҡыҙыу» осор.

Уңыштар һеҙгә, һөнәрмәндәр!
Уңыштар һеҙгә, һөнәрмәндәр!

Ҡаланың күп йүнәлешле һөнәри белем биреү колледжында «ҡыҙыу» осор. Белем биреү учреждениеһында «Йәштәр һәм балалар» милли проектына ингән «Профессионалитет» федераль проекты сиктәрендә «Һөнәрмәндәр» Бөтә Рәсәй чемпионатының төбәк этабы башланғыс алды.
Уның төп маҡсаты - белемле һәм тәжрибәле белгестәр әҙерләү, уҡыу йорттарының ойошма һәм предприятиелар менән бәйләнешен тәьмин итеү һәм йәштәрҙең һөнәри һәләтен үҫтереү.
Уҡыу йортоноң һигеҙ майҙансығында үткән чемпионатта колледж студенттары һәм эксперттары «В2В һатыу психологияһы һәм технологияһы», «Умартасылыҡ», «Страховка эше», «Бухгалтер иҫәбе», «Копирайтинг», «Һыуытҡыс һәм кондиционер системалары», «Бизнес өсөн цифрлы мөмкинлектәр», «Интернет-маркетинг» кеүек бөтәһе ун ике һөнәри компетенцияла ҡатнаша.
Башҡа колледждар майҙансыҡтарында эксперт һәм студенттар үҙ һөнәри оҫталығын «Документ менән тәьмин итеү һәм архив эше», «BIM мәғлүмәт моделен төҙөү технологиялары», «Смета эше», «Һөнәри эшмәкәрлектә дәүләт телдәре» компетенциялары буйынса күрһәтә.
Чемпионат майҙансыҡтары студенттарға белем, остаздарға үҙ тәжрибәһен һынарға мөмкинлек бирә.

 

Уңыштар һеҙгә, һөнәрмәндәр!
Уңыштар һеҙгә, һөнәрмәндәр!
Уңыштар һеҙгә, һөнәрмәндәр!
Автор:
Читайте нас