Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
7 Февраль , 03:05

Тәртип һәм таҙалыҡ һаҡсыһы ул

Халыҡты хеҙмәтләндергән өлкәлә бал ҡорттары кеүек егәрле кешеләр эшләй.

Тәртип һәм таҙалыҡ һаҡсыһы улТәртип һәм таҙалыҡ һаҡсыһы ул
Тәртип һәм таҙалыҡ һаҡсыһы ул

Торлаҡ-коммуналь хужалығы уңған булыуҙы, кешеләр менән уртаҡ тел таба белеүҙе талап иткән өлкә. Тап шундайҙарҙың тырышлығы менән йәшәү өсөн уңайлыҡтар барлыҡҡа килә, урам, ихата, йорт алдары тәртиптә тотола.

Тармаҡ хеҙмәткәрҙәре миҙгелдең, һауа шартының ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, үҙ эшен ваҡытында атҡарырға бурыслы.

Яҡташыбыҙ Гөлсара Абдуллина, утыҙ биш йыл ҡаланың кирбес заводында эшләп хаҡлы ялға сыҡҡас, 4-се торлаҡ-эксплуатациялау участкаһына эшкә килә. Уның был хужалыҡтағы хеҙмәт стажы - ун йыл.

- Йәшләй генә кирбес заводына урынлашҡайным. Утыҙ биш йыл ғүмерем шунда үтте. Хаҡлы ялға сыҡҡас, әлеге участкаға килдем. Ҡул ҡаушырып ултырырға өйрәнмәгәнмен, ауыр эштән ҡурҡмайым, - ти Гөлсара апай.

Ул бөтәһе ете өйҙөң ун алты подъезын хеҙмәтләндерә. Йыл әйләнәһенә йорт алдын һепереү, тәртипкә килтереү, ҡышын боҙон ватыу, ҡарын көрәү, тайғаҡ ваҡытта юлдарға ҡом һибеүҙән тыш, сарҙаҡ һәм подвалдарҙы таҙартыу һәм башҡа байтаҡ бурыс уның яуаплылығында.

- Эшем ауыр булһа ла, саф һауала, кешеләр араһында йөрөү оҡшай. Өйҙә ҡул ҡаушырып ултырыуҙы күҙ алдына ла килтермәйем. Эйе, халыҡты хеҙмәтләндергән өлкәлә төрлө мәлдәр була. Мәҫәлән, хатта ҡышын да подъезд алдында асфальт күренеп ятыуын талап иткәндәр осрай. Ауыр хеҙмәтебеҙҙе аңлап, рәхмәт әйткәндәр ҙә юҡ түгел, - тип һөйләй әңгәмәсем.

Йыл әйләнәһенә туҡтап тормаған, беләк көсө талап иткән ауыр хеҙмәт артында Гөлсара Зәйнетдин ҡыҙы кеүектәрҙең тырышлығы ята. Улар булдырған тәртипкә һаҡсыл ҡарашта һәм рәхмәтле була белһәк ине.

Автор фотоһы. 

Автор:
Читайте нас