Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
8 Февраль , 03:05

Уңыштар һиңә, Иҙел!

Киләсәк - йәштәр ҡулында. Уларҙа төрлө маҡсатҡа ынтылыш, дәрт, нимәлер уйлап табып, бығаса булмаған яңылыҡ индереп, тормошто яҡшы яҡҡа үҙгәртеү идеяһы бар.

Уңыштар һиңә, Иҙел!Уңыштар һиңә, Иҙел!
Уңыштар һиңә, Иҙел!

Киләсәк - йәштәр ҡулында. Уларҙа төрлө маҡсатҡа ынтылыш, дәрт, нимәлер уйлап табып, бығаса булмаған яңылыҡ индереп, тормошто яҡшы яҡҡа үҙгәртеү идеяһы бар.

Ҡаланың 3-сө гимназияһында белем алғандар араһында киң ҡарашлы, эҙләнеүсән, үҙенең тырышлығы менән һоҡландырған егет-ҡыҙҙар байтаҡ.

11-се «А» класында белем алған Иҙел Яппаров та алдына аныҡ маҡсат ҡуя белгән булдыҡлы йәш замандаштарыбыҙҙың береһе. Мәктәптә физика йүнәлешендәге класта уҡыған егет киләсәктә кешеләргә ярҙам итеү хыялы менән яна.

- 10-сы класта уҡығанда класыбыҙ менән ҡаланың «Йәш техниктар станцияһы»на йөрөп, «Аҡыллы электроника» түңәрәгендә шөғөлләндек. Һәр кем командаға тупланып, проект әҙерләргә һәм уны яҡларға тейеш ине. Мин деменция диагнозлы пациенттар өсөн медицина станцияһы проектын эшләнем, - тип һөйләй.

Сирле кешегә дарыу ҡабул итеү ваҡытын белдерергә ярҙам иткән үҙенсәлекле башланғысты ата-әсәһе лә хуплап, улын йәшәйеш өсөн кәрәкле булған проектҡа тотонорға ҡанатландырып ебәрә.

Бер йыл эсендә Иҙел байтаҡ еңеү һәм уңыш яулай. Уның тырышлығы, һәләте район, республиканан тыш, Рәсәй кимәлендә лә баһалана: «Шустрик» Бөтә Рәсәй фәнни-техник һәм инновацион ижад конкурсында, XII «Йәш техниктар һәм уйлап табыусылар» Бөтә Рәсәй конференцияһында еңеүе лә шул хаҡта һөйләй.

Юғары технологиялар буйынса «РобоПром» IX Республика асыҡ фестиваленең «XXI быуат лабораторияһы» техник проекттар конкурсы йүнәлешендә «Автомат менән идара итеүсе роботлаштырылған системалар» техник проекты менән 9-11-се кластар төркөмөндә 2-се урынға лайыҡ була...

Мәҡәләне тулыһынса гәзиттең 6-сы һанында уҡырға.

Фото архивтан.

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас