

11 февралдә хәрби-илһөйәрлек айлығы сиктәрендә Зарница уйыны үтте.
Йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләү, тарихҡа ихтирам, Рәсәйҙең шанлы үткәненә хөрмәт уятыу маҡсатында ойошторолған сарала 1-се гимназияның 7-се класс уҡыусылары ҡатнашты.
Үҫмерҙәр “Ватанды һаҡлаусылар” хәрәкәте эшмәкәрлеге, бындағы эш барышы менән танышты. Райондың һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары советы рәйесе Виктор Дмитриев илһөйәрлек темаһына арналған сығыш яһаны.
Сараның икенсе өлөшөндә уҡыусылар дүрт командаға бүленеп спорт уйынында ҡатнашты. Хәрбиләштерелгән уйын, ҡаршылыҡтар аша үтеү заданиелары командаларҙы берләштерҙе, еңеү рухын арттырҙы. Ярыштан һуң һалдат кухняһында бешкән ҡарабойҙай бутҡаһы менән һыйланды.
Уҡыусылар ярышты ойоштороусы “Темп” балалар-үҫмерҙәр үҙәгенә рәхмәт белдерҙе.
Гөлкәй ҒӘБДРӘШИТОВА