Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
12 Февраль , 11:30

Аҙналыҡ йондоҙнамә (16 - 22 февраль)

   

Аҙналыҡ йондоҙнамә (16 - 22 февраль)Аҙналыҡ йондоҙнамә (16 - 22 февраль)
Аҙналыҡ йондоҙнамә (16 - 22 февраль)

Ҡуҙы
Дуҫтар менән осрашыу өсөн бик яҡшы ва­ҡыт. Бу­­­­рыс ҡайтарылыуы йәки эше­геҙ өсөн көтөлмәгән премия алы­уы­ғыҙ ихтимал. Аҡ­са­­ның бер өлө­­шөн ки­лә­сәк­­кә ҡалдырыр­ға тыры­шы­ғыҙ.

Буға
Йондоҙҙар аҙнала күп осрашыу һәм аралашыу вәғәҙә итә. Спорт менән шөғөлләнергә ва­ҡыт бүлергә кәрәк.

Игеҙәктәр
Уртаҡ эш арағыҙҙы ны­­­­ғытасаҡ. Ғаиләлә уңайлыҡ бул­ды­­­­­рыуға иғтибар итегеҙ һәм йы­шы­­­­­раҡ һөйләшегеҙ. Аҙ­на­ла сит ке­­­­шегә тулыһынса ыша­­­­н­ыр­­ға тырышмағыҙ.

Ҡыҫала
Килемде бүлеү, сығымды планлаштырыу, һалым түләү кеүек эш көнүҙәк буласаҡ. Ябай ял йәки ярат­ҡан эшкә сарыф итеү ваҡыты энер­гияны терге­ҙергә яр­ҙам итер.

Арыҫлан
Хеҙмәттәштәрегеҙ ҙә билдәләнгән маҡсатҡа ирешеүҙе теләй, шу­­ға күрә коллектив эш итеү еңел­лә­­­шә­сәк. Изгелекле һәм са­быр бу­­лы­­ғыҙ. Был финанс мә­сьә­­ләне хәл итеү өсөн бик ҡу­лай.

Ҡыҙ
Тәүәккәл булығыҙ, яуаплы­лыҡ­­тан ҡурҡмағыҙ. Был - лидер сифа­­ты һәм эштә уңыш асҡысы. Үҫеш­кән сы­­ғым булыуы их­ти­мал, ул кө­төл­­мә­­гән пре­­мия менән ҡап­ла­­на­саҡ.

Үлсәү
Осор сюрпризға бай буласаҡ, һеҙ­­гә күп аралашырға һәм ыңғай тәь­ҫорат алырға тура киләсәк. Ҡау­шап ҡалыуығыҙ нигеҙһеҙ - уңыш һеҙҙең яҡлы.

Саян
Ғаилә мөнәсәбәтенә, уны нығытыуға һәм яҡшыртыуға иғтибар бирергә кәрәк. Эш һөҙөмтәлелеге күп осраҡта конфликтты хәл итә белеүгә бәйле.

Уҡсы
Башҡаларҙың кәңәшен тү­­гел, ә күңелегеҙҙе тыңларға өй­­рә­­негеҙ. Яҡындарығыҙ менән бергәләп сәйәхәт итеү өсөн бик яҡшы ва­ҡыт. Был ғаиләне һәр яҡлап ны­ғытыуға булышлыҡ итә.

Ылаҡ
Уңышлы сәфәр файҙа кил­­­­терә. Бар көсөгөҙҙө коммер­ция һәм эшкә түгел, ә яҡында­ры­ғыҙға йү­нәлтеү яҡшыраҡ булыр. Яҡын ара­ла тырышлығығыҙҙың тәүге еме­шен урғығыҙ килһә, инициати­ваны үҙ ҡулығыҙға алып ҡа­ра­ғыҙ.

Һыуғояр
Сәйәхәт һеҙгә ҡыҙыҡлы та­ныш бүләк итәсәк. Мөһим эш исем­­леген төҙөгөҙ һәм уны үтәгеҙ. Матди перс­пектива тағы ла к­ү­ңел­ле­рәк була ала.

Балыҡ
Ваҡытты ғаилә эшенә һәм мә­шә­ҡәтенә бағыш­лау яҡшыраҡ булыр. Бюджетты план­­лаштырыу мөһим. Белгес ме­нән кәңәшләшеү йә­ки инсайдер мәғлүмәте кә­рәк.

Автор:Дина Ишматова
Читайте нас