Яугирҙәргә һәм уларҙың яҡындарына ярҙам итеү – төп өҫтөнлөк, тип билдәләне республика етәксеһе. Башҡортостанда ошондай ярҙам сараларының төбәк системаһы эшләй. Былтыр республикала 12 яңы сара өҫтәлде һәм хәҙер улар 55-кә етте. Төбәктә «бер тәҙрә» принцибы буйынса МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам үҙәктәре асыла. Йыл һуңына тиклем улар барлыҡ райондарҙа һәм ҡалаларҙа эшләргә тейеш. Яуҙан ҡайтҡан өс мең яҡташыбыҙҙың барыһы ла тиерлек эшкә урынлаштырылған һәм диспансеризация үткән (78%, 86%). Реабилитацияға, протезлауға, яңы һөнәрҙәрҙе үҙләштереүгә, үҙ эшен асыуҙа ярҙам итеүгә, йәмәғәт тормошона, адаптив спортҡа йәлеп итеүгә етди иғтибар бүленә.
«Беҙҙең уртаҡ бурысыбыҙ – көслө, ныҡлы МХО ветерандары ассоциацияһын булдырыу. Республикала беҙ уны партнерыбыҙ тип иҫәпләйбеҙ, бөтә мәсьәләләрҙе иңгә-иң терәшеп хәл итербеҙ», – тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров.
Сығанаҡ: Башинформ.
Фото: Олег Яровиков / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы