

Кемдәр ҡатнаша ала?
Балалар музыка мәктәбе, сәнғәт мәктәбе, урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусылары, урта педагогик белем биреү учреждениелары һәм Мәҙәниәт министрлығының урта һөнәри белем биреү учреждениелары студенттары.
Бөтә ғаилә менән сығыш яһаусылар хуплана.
Нисә йәштә?
5-11 йәшлектәр
12-16 йәшлектәр
17-20 йәшлектәр
Нимә эшләй белергә?
Башҡортса үҙебеҙҙең милли эпостарҙан 4 минутҡа тиклем өҙөктәр һөйләргә.
Конкурс 2 өлөштән тора:
1-се этап - 24-26 мартта баһалама ағзалары килгән видеоларҙы ҡарай.
2-се этап - 31 март - 1 апрель Сибай ҡалаһында үтә.
Ғаризалар һәм видеоматериалдар 24 мартҡа тиклем электрон почта аша ҡабул ителә: cnkid23xudzam@mail.ru.
Ойоштороусылар: БР Мәҙәниәт министрлығы, БР Мәғариф министрлығы, Сибай ҡалаһы хакимиәте, Республика халыҡ ижады үҙәгенең Сәсәндәр үҙәге, Вәлиев исемендәге Сибай сәнғәт колледжы, "Урал батыр" сәсәндәр мәктәбе БР атҡаҙанған халыҡ ижады коллективы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.
Конкурс тураһында тулыраҡ.