2026 йылдың 18 февраленән 28-нә тиклем Мәскәүҙә уҡыған студенттарыбыҙға, аспиранттарға яҡындары күстәнәстәр ебәрә ала.
Быйыл акция сиктәрендә 200 посылка һәм 6 тонна йөк алып барыу күҙаллана. Улар ике маршрут буйлап йыйыла.
Беренсе маршрут: (18-19 февраль):
Учалы, Белорет, Асҡар, Сәрмән, Инйәр, Өфө, Кушнаренко, Саҡмағош, Дүртөйлө, Нефтекама, Ағиҙел Мәскәү.
Икенсе маршрут (25-26 февраль):
Сибай, Баймаҡ, Юлдыбай, Йылайыр, Иҫәнғол, Мораҡ, Күмертау, Мәләүез, Салауат, Ишембай, Стәрлетамаҡ. Талбазы, Шишмә, Языков, Бүздәк, Туймазы, Октябрьский Мәскәү.
"Башҡортостандан һөйөү менән" акцияһы республикабыҙҙан ситтә уҡыған йәштәргә ярҙам итеү маҡсатында ойошторола. Был юлы күстәнәстәрҙе алыу урындары 6-ға тиклем арттырылған.
Ҡатнашыу өсөн ошонда теркәлеү үтергә һәм махсус каналға өҫтәгәндәрен көтөргә кәрәк.
Тыуған йорттан йөрәк йылыһын тапшырған акцияға мотлаҡ ҡушылығыҙ