Көнгәк
-17 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Февраль , 11:04

Рамаҙан айында ураҙа тотоу ваҡыты һәм саҙаҡа күләме билдәләнде

Бөгөн, ҡояш байығас, изге Рамаҙан айы башлана.

Рамаҙан айында ураҙа тотоу ваҡыты һәм саҙаҡа күләме билдәләнде
Рамаҙан айында ураҙа тотоу ваҡыты һәм саҙаҡа күләме билдәләнде

Республика мосолмандары Диниә назараты мәғлүмәте буйынса, бөгөн,18 февралдә, ҡояш байығас, изге Рамаҙан айы башлана. Ураҙаның беренсе көнө — 19 февраль, ураҙаның һуңғы көнө – 19 март, Ураҙа байрамы – 20 март.

Фытыр саҙаҡаһының минималь күләме – 200 һум. Ә зәҡәт түләй алырлыҡ мөмкинлеге булғандарға – 1 200 һум.

Йәшенә, һаулығына бәйле ураҙа тота алмағандарға фидиә (аҡсалата компенсация) түләргә кәрәк. Ул ҡалдырылған һәр көн өсөн 400 һум тип билдәләнгән.

 Ураҙа байрамы уңайынан 20 март ял көнө булып тора.

 

Автор:
Читайте нас