

- Кисә өләсәйем менән спорить иттем... Йә 15 минут эсендә 35 билмәнде ашайым, йә ҡапҡа эсендәге ҡарҙы ҡырып-һепереп таҙартып ҡуям...
- Шунан, оттоңмо?..
- Отҡан, ти! Ҡарҙы көрәргә тура килде!
- 35 бөртөк билмәнгә көсөң етмәнеме?!
- Тәрилкәлә барлығы 34 билмән ятҡанын кем белгән!