Көнгәк
+30 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
20 Февраля , 03:30

Аҙналыҡ йондоҙнамә (23 февраль - 1 март)

    

Аҙналыҡ йондоҙнамә (23 февраль - 1 март)Аҙналыҡ йондоҙнамә (23 февраль - 1 март)
Аҙналыҡ йондоҙнамә (23 февраль - 1 март)

Ҡуҙы
Ғаилә менән арала­шыу өсөн ваҡыт бүлегеҙ. Был ыңғай тәьҫорат бүләк итер. Эштә уңыш һеҙҙең яҡлы. Ҙур план ҡороу өсөн бик яҡшы мәл.

Буға
Яңы идеяны тормошҡа ашырыу сәғәт механизмы кеүек барасаҡ. Иң мөһиме - би­реш­­мәҫкә һәм маҡсатҡа ирешергә. Етәкселек һәм хеҙмәттәш­тәр һеҙ­ҙең ижади ҡарашығыҙ­ҙы юға­­­ры баһалаясаҡ.

Игеҙәктәр
Элекке дуҫ бәйләнешкә сыға ала, уның менән осрашырға тыры­шы­ғыҙ, был эш өсөн ҙур мөмкинлек. Сабырлыҡ һөҙөмтә килте­рә, артабан да тырышып эш­ләгеҙ һәм уңышҡа ыша­нығыҙ.

Ҡыҫала
Эшлекле осрашыу өсөн бик яҡ­шы ваҡыт. Аҙна һеҙҙән ныҡышма­лылыҡ талап итәсәк. Тырыш хеҙ­мәт проектты уңышлы та­мам­лауға алып килә.

Арыҫлан
Күңелегеҙ күтәренке хис-тойғо талап итә. Сәйәхәткә сығыр мәл. Буш ваҡытығыҙҙы туғандарығыҙға бағышлағыҙ. Яңы башланғыс өсөн яҡшы осор.

Ҡыҙ

Эш һөҙөмтәһе тулыһынса һеҙ­ҙән тора. Уңышлы осор өсөн тирә-яҡ­та­ғы­лар менән бәйләнеш булдырығыҙ. Һеҙ башҡаларға ярҙам итә алырһығыҙ һәм яңы идея менән илһамланырһы­ғыҙ.

Үлсәү
Аҙна девизы - ыңғай ҡараш һәм үҙең менән ҡәнәғәт булыу. Ғаиләгеҙгә иғтибар бүлегеҙ, уларҙың рәх­мәте һеҙҙең өсөн көс сығана­ғы.

Саян
Һеҙ юғары көс яҡлауы аҫ­­тында, эштә уңыш көтә. Бүләк йәки килем булыуы их­ти­мал. Күптән көтөл­гән сәфәргә сы­ғыу мөм­кин­леге ҙур.

Уҡсы
Дәрт - юғары нөктәлә. Элек­ке планды тормош­ҡа ашыры­ғыҙ. Мөһим мәсьәләне ҡыйыу хәл ите­геҙ - йондоҙҙар уңыш вәғә­ҙә­ләй.

Ылаҡ
Белем арттырыу өсөн уңышлы аҙна. Яңы маҡсат ҡуйып, уға өлгәшеүгә ынтылығыҙ. Яҡын кешегеҙгә иғтибарлы булы­ғыҙ. Эштә килем алыу һәм вазифала күтәрелеү ихтимал.

Һыуғояр
Эш буйынса һөйләшеү уңышлы үтә, файҙалы тәҡ­дим булыуы ихтимал. Өҫ­тә­мә килем алыу мөмкинлеге бар. Тик аҡсаны тотонорға түгел, ә ки­лә­сәккә һалыу яҡшыраҡ.

Балыҡ
Ярҙам кәрәк булһа, ту­ған­­­дарығыҙҙан һорағыҙ. Лә­­­кин һеҙ ҙә уларға ярҙам итер­гә те­йеш икәнлегегеҙҙе онотмағыҙ. Һау­лыҡ һәм туҡланыуҙы тәр­типкә килтереүгә ваҡыт бү­ле­геҙ. Саф һауалағы спорт файҙаға булыр.

Автор:Дина Ишматова
Читайте нас