

Нимә харам түгел, шуның бөтәһен дә һорарға ярай. Хатта иң тәүҙә Алланан һорап, аҙаҡ сәбәп ҡылырға кәрәк. Үҙ көсөңә генә ышаныу дөрөҫ түгел. Әммә намаҙ ваҡытында матди байлыҡ, аҡса һорау хупланмай. Намаҙҙан тыш, доғаларҙа һорарға кәрәк.
Алла - иң байы, иң йомарты. Донъялағы бөтә кеше һәм бөтә йән Унан теләгәнен һорап, Ул бөтәһенә лә нимә теләгәнен бирһә лә, Уның байлығынан бер нәмәне лә кәметмәйәсәк. «Диңгеҙгә энәне тейҙереп, шул энәгә йәбешеп сыҡҡан тамсы кеүек кенә булыр был» тиелгән хәҙистәрҙә.
Аллаһу Тәғәлә кешенең Унан һорағанын ярата. Кемдер «Алланан һорап тормайым, уңайһыҙ, күп һораным былай ҙа» тип уйлаһа, киреһенсә, Ул быны яратмай. Сөнки Аллаһу Тәғәләнең сикһеҙ байлыҡ, эйәһе, сикһеҙ йомартлыҡ эйәһе икәнлегенә шикләнгән кеүек була. Тәкәбберләнеп, Унан һорамаған кеше иһә ҙур гонаһ ҡыла.
Дини-мәғрифәти календарҙан.