Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
20 Февраль , 14:00

Башҡортостанда Дилмөхәмәтов исемендәге ҡурайсылар конкурсы еңеүсеһе иғлан ителде

       

Аҡъяр ауылы мәҙәниәт йортоноң матбуғат хеҙмәте / Вк
 
Фото: Аҡъяр ауылы мәҙәниәт йортоноң матбуғат хеҙмәте / Вк

Хәйбулла районының Аҡъяр ауылы мәҙәниәт йортонда Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Сәйфулла Дилмөхәмәтов исемендәге «Илемде данлай ҡурай» төбәк-ара конкурсы үтте.

Йыл һайын үткәрелгәнең бәйгенең маҡсаты – ҡурайҙы пропагандалау, башҡорт халыҡ музыка ҡоралында уйнау оҫталығын үҫтереү, шулай уҡ һәләтле йәштәргә ярҙам итеү, тип хәбәр иттеләр район хакимиәтенән.

Быйыл конкурс республиканың Бөрйән, Хәйбулла, Ейәнсура, Йылайыр райондарынан, шулай уҡ Баймаҡ һәм Сибай ҡалаларынан йәш музыканттарҙы йыйҙы. Ҡатнашыусылар ике йәш төркөмөндә (12 йәшкә тиклем һәм 12-16 йәшлектәр) сығыш яһаны. Бәйгелә йәмғеһе 70-кә яҡын ҡурайсынан торған ете ансамбль, шулай уҡ 31 яңғыҙ башҡарыусы ҡатнашты.

Гран-приға Ғайса Юланов лайыҡ булды. «Иң йәш ҡатнашыусы» номинацияһында еңеүсе йәш виртуоз Исмәғил Рәхимғолов тамашасыларға күңел рәхәтлеге бүләк итте.

Шулай уҡ беҙ 10 октябрҙә Башҡортостанда тәүге тапҡыр Ҡурай көнө билдәләнеүе хаҡында яҙғайныҡ.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2026-02-19/v-bashkirii-konkurs-kuraistov-imeni-dilmuhametova-nazval-pobeditelya-4584548

 
 
Аҡъяр ауылы мәҙәниәт йортоноң матбуғат хеҙмәте / Вк
Фото: Аҡъяр ауылы мәҙәниәт йортоноң матбуғат хеҙмәте / Вк
Автор: Ләйлә Аралбаева
Автор:
Читайте нас