Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
23 Февраль , 03:05

Үҙ һөнәренә тоғро остаз

Уҡытыусы һөнәре төплө белем генә түгел, рухи көс, түҙемлек, хатта батырлыҡ та талап итә.

Үҙ һөнәренә тоғро остазҮҙ һөнәренә тоғро остаз
Үҙ һөнәренә тоғро остаз

Уҡытыусы һөнәре төплө белем генә түгел, рухи көс, түҙемлек, хатта батырлыҡ та талап итә. Шуға ҡарамаҫтан, педагог хеҙмәтен һайлап, уға тоғролоҡ һаҡлаған кешеләр булыуы һоҡландыра.

Шундайҙарҙың береһе- Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһының урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Раушания Байбулатова.

Уның һөнәри биография һыдаими камиллашыу, оҫталыҡты арттырыу менән бәйле.

Раушания Венер ҡыҙы - үҙ эшенә тоғролоҡ һаҡлаған, һөйөү менән ҡараған юғары квалификациялы белгес. Ул һәр ваҡыт хеҙмәттәштәре, уҡыусылары, уларҙың ата-әсәләре менән уртаҡ тел таба, бөтә яңылыҡты ҡабул итеп, белем биреү учреждениеһы эшенә индерә. Педагог уҡытыу, тәрбиә һәм шәхес үҫеше берҙәмлеген оҫта тормошҡа ашыра, уҡыусыла үҙ фәненә ҡыҙыҡһыныу уята. Хеҙмәттәшебеҙ һүҙ ярҙамында үҙ фекереңде белдерергә өйрәтә. Ҡыҙыҡлы кеше һәм әңгәмәсе булараҡ, баланы ла, өлкәнде лә аңлай, эш һәм кәңәш менән ярҙам итә ала.

Уның уҡыусылары конкурс, олимпиадаларҙа ҡатнашып, бер нисә тапҡыр призер була. 2006 йылда коллегабыҙ «Йыл уҡытыусыһы» район-ҡала конкурсында ҡатнашты, «Дәрес-күңел шиғриәте»номинацияһында еңеүсе булды. Байтаҡ йылурыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының район-ҡала методик берекмәһен етәкләне.

2007 йылда ижади хеҙмәте өсөн «Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы» билдәһе менән бүләкләнде.

2009 йылда «Мәғариф» өҫтөнлөклө милли проекты сиктәрендә «Иң яҡшы урыҫ теле уҡытыусыһы» республика конкурсында еңеп, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең аҡсалата дәртләндереүенә лайыҡ булды.

2020 йылда «Рәсәй Федерацияһының маҡтаулы тәрбиә һәм мәғариф хеҙмәткәре» билдәһе менән бүләкләнде.

Мәктәптә осраҡлы кешеләр эшләй алмай. Унда Раушания Венер ҡыҙы кеүек педагогикаға тоғро, үҙ эшен һәм балаларҙы яратҡандар ғына ҡала.

Ошо көндәрҙә күптәрҙең яратҡан остазы, ғаиләһендә һөйөклө ҡатын, әсәй һәм өләсәй булған хеҙмәттәшебеҙ үҙенең матур юбилейын билдәләй.

Улар ире Рәзән Хажиғәли улы менән Айнар һәм Ләйсән исемле балалар тәрбиәләп үҫтерҙе. Бөгөн улар ата-әсәһен уңыштары менән ҡыуандыра.

Гимназия коллективы Раушания Венер ҡыҙына эшендә ижади уңыш, яңы үрҙәр, тормошоноң шатлыҡ, күңел йылыһы һәм бәхет менән тулы булыуын теләй.

Тағы ла оҙаҡ йылдар уҡытыусылар сафында ҡалып, остазын яратҡан һәм хөрмәт иткән, хеҙмәте, фиҙаҡәрлеге, изгелеге һәм ихласлығы өсөн рәхмәт белдергән уҡыусыһы менән бергә булырға яҙһын.

Ҡотлау менән Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһы коллективы.

Автор:
Читайте нас