

Мин әле иң яҡшы йәштә. Үҫмерҙәр менән һаман да уртаҡ тел таба алам, әммә хаҡлы ялдағыларҙы ла бик яҡшы аңлайым.
***
Пеләш баш - уй-фекер менән тапалған аҡлан ул.
***
Ағас оҫтаһына килһәң, ҡайҙа ҡарама бысҡы онтағы, бөҙрәханала сәс. Банкка килһәң, аҡса күренмәй ул. Хатта ручкалары ла бәйле!
***
Карьер төбөндә эшләгән бригадаға аванс килтереүҙәрен хәбәр иттеләр. Быға тиклем бер кем дә карьера баҫҡысы буйлап шул тиклем шәп күтәрелмәгән ине әле.