

«Айыҡ ауыл» республика конкурсының төп маҡсаты халыҡты берләштереүгә, сәләмәт һәм айыҡ йәшәү рәүешенә әйҙәүгә, спортҡа ылыҡтырыуға, ауыл биләмәләрен төҙөкләндереүгә йүнәлтелгән.
Сәләмәт йәшәү рәүешенә ынтылышлы ауылда тормошҡа айыҡ ҡарашлы халыҡ йәшәргә тейеш. Киләсәк быуынды ла бары тик үҙ өлгөбөҙҙә һәм берҙәм тырышлыҡ менән тәрбиәләргә мөмкин.
Бөгөн ошо конкурс сиктәрендә райондың Дарьино ауылында күркәм сара үтте.
Халыҡтың мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәтен, көнкүрешен сағылдырған сағыу байрам халыҡтың үҙ-ара дуҫ, татыу һәм берҙәм булыуын тағы бер тапҡыр иҫбатланы.
Дарьинола үҙ төйәгенә тоғро ҡалып, тырышып донъя көткән, балалар үҫтергән һәр яҡлап һәләтле, егәрле кешеләр йәшәй. Уларҙың республика конкурсында еңеп сығыуын теләйбеҙ. Алға, райондаштар!
Бөгөнгө сара барышын гәзиттең киләһе һанында сағылдырырбыҙ.
Автор фотолары.