

Ҡуҙы
Сәфәр ҡыҙыҡлы танышыу бүләк итәсәк. Үҙегеҙҙе ҡулда тоторға тырышығыҙ. Көс-дәртегеҙ шуға бәйле. Тәбиғи мөләйемлегегеҙ әле иң юғары нөктәлә - был өҫтөнлөктө файҙаланығыҙ.
Буға
Ыңғай кеше янында булырға тырышығыҙ, был кәйефте яҡшыртыр. Ижад менән шөғөлләнеү стресты баҫырға ярҙам итәсәк. Күптән аралашмаған туғандарығыҙға сәфәр планлаштырырға кәрәк.
Игеҙәктәр
Хеҙмәттәш менән һөйләшеү ҡиммәтле мәғлүмәт килтерә ала. Иғтибар менән тыңлағыҙ һәм тирә-яҡҡа анализ яһағыҙ.
Ҡыҫала
Мөнәсәбәттә ыңғай хистәр өҫтөнлөк итә. Ғаилә нигеҙен нығытып, яртығыҙға һөйөү бүләк итегеҙ. Йондоҙҙар ваҡытты күберәк туғандар менән үткәрергә кәңәш итә.
Арыҫлан
Эштә һуңға тиклем ултырмағыҙ, юғиһә ҡыҙыҡлы танышыу мөмкинлеген ҡулдан ысҡындырырһығыҙ. Эшлекле тәҡдимгә иғтибар итегеҙ - ул килемле булыуы ихтимал.
Ҡыҙ
Яратҡан шөғөлөгөҙгә ваҡыт бүлегеҙ, был рухты нығытасаҡ. Потенциалығыҙ юғары кимәлдә. Әүҙемлек һәм зирәклек бөтә ауырлыҡты, хатта иң ҡатмарлыһын да еңеп сығырға ярҙам итәсәк.
Үлсәү
Эшлекле аралашыуҙа иң мөһиме - тыңлай белеү. Башҡаларҙың идеяһы һеҙҙе ҡыҙыҡлы фекергә этәрергә мөмкин. Ашығыс ҡарар ҡабул итмәгеҙ.
Саян
Мөһим маҡсатҡа иғтибарлы булығыҙ. Яңы талант асылыуы һәм көтөлмәгән өлкәлә уңыш булыуы ихтимал. Бер аҙ ял итергә лә онотмағыҙ.
Уҡсы
Туғандарығыҙға ярҙам итер өсөн ваҡыт бүлегеҙ, улар һеҙҙе яңылыҡ менән ҡыуандырыр. Эшкә үҙенсәлекле ҡараш һәм күп көс талап ителә.
Ылаҡ
Донъяға асыҡ булығыҙ. Мөхәббәт көтөлмәгәндә тыуырға мөмкин. Сығымды контролдә тотоғоҙ.
Һыуғояр
Етәкселек тырышлығығыҙҙы күрер. Һөнәрилегеҙ уңышҡа килтерә. Оҙаҡламай һеҙгә уңыш йылмайыр. Финанс проблемалары сигенәсәк, ә теләктәр тормошҡа аша башлаясаҡ.
Балыҡ
Яҙмыш бүләк әҙерләй. Мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмағыҙ, бөтәһе лә һеҙҙең һайлауҙан тора. Һеҙ яңы эш өсөн етерлек көс тупланығыҙ, һиҙемләүегеҙгә ышанығыҙ.