Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
2 Март , 07:33

Яңы эш аҙнаһы өс көнлөк ял менән тамамлана

Яҙҙың тәүге эш аҙнаһы өс көнлөк ял менән тамамлана. Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан өҫтәмә ял көнө көтә. Быйыл 8 март йәкшәмбегә тура килә. Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт кодексына ярашлы, байрам көнө ял көнөнә тура килгән осраҡта ул автоматик рәүештә киләһе эш көнөнә күсерелә. Шулай итеп, дүшәмбе, 9 март, ял көнө булып тора. 

Яңы эш аҙнаһы өс көнлөк ял менән тамамланаЯңы эш аҙнаһы өс көнлөк ял менән тамамлана
Яңы эш аҙнаһы өс көнлөк ял менән тамамлана

Шул рәүешле 7, 8 март һәм 9 мартта өс көнлөк ял була. Шунан һуң рәсәйҙәрҙе дүрт көнлөк ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтөлә (шишәмбенән йомаға тиклем).

6 март (йома) – ғәҙәти эш көнө. Байрам алды көнөндә эш ваҡыты бер сәғәткә ҡыҫҡартылмай, сөнки байрам үҙе ял көнөнә тура килә.

Автор: Әлфиә Әһлиуллина

Автор:
Читайте нас