Көнгәк
+6 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Март , 08:38

Радий Хәбиров Спорт министрлығы коллективына һөҙөмтәле эш өсөн рәхмәт әйтте

2025 йылда Башҡортостанда 82 мең самаһы кеше «Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер» бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы нормативтарын үтәне. Был хаҡта республика Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған оператив кәңәшмәлә төбәктең вице-премьеры – спорт министры Руслан Хәбибов хәбәр итте. Башҡортостанда бөтәһе 66 тест үҙәге эшләй, улар бөтә муниципалитеттарҙы үҙ эсенә ала. ГТО комплексы саралары «Рәсәй спорты» дәүләт программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса республика ГТО нормативын үтәүселәр һаны буйынса Волга буйы федераль округында өсөнсө һәм илдә ун беренсе урынды биләне. Муниципалитеттар араһында иң юғары күрһәткесте Шишмә, Мәләүез һәм Саҡмағош райондары күрһәтте.

Шулай уҡ 6-17 йәштәрҙәге инвалидтар һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр, ГТО нормативтарын үтәгән махсус хәрби операция ветерандары сертификаттар алыу хоҡуғына эйә.

2026 йылда республикала «Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер» комплексын үтәү өсөн тағы 15 майҙансыҡ булдырыу планлаштырыла. Бынан тыш, Башҡортостан пилот төбәге сифатында пилотһыҙ осоу аппараттары менән идара итеүҙе күҙ уңында тотҡан ГТО комплексын һынауҙа ҡатнашасаҡ.

Республика башлығы Радий Хәбиров Спорт министрлығы коллективына һөҙөмтәле эшләгәне һәм халыҡтың һаулығын нығытыуға индергән өлөшө өсөн рәхмәт белдерҙе, муниципалитеттарҙа яңы майҙансыҡтар асыу Республика көнөнә планлаштырылыуын билдәләне.

Автор:
Читайте нас