Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
4 Март , 10:15

Мәләүездә мини-лапта буйынса ярыш үтте

Урыҫ лаптаһы халыҡ уйыны булып һаналып, төрлө илдә төрлөсә аталған.

Мәләүездә мини-лапта буйынса ярыш үттеМәләүездә мини-лапта буйынса ярыш үтте
Мәләүездә мини-лапта буйынса ярыш үтте

Урыҫ лаптаһы халыҡ уйыны булып һаналып, төрлө илдә төрлөсә аталған.

Уйындың маҡсаты - уйынсы юғарыға ырғыткан тупты махсус таяҡ (бита) менән ҡаршы яҡҡа булдыра алған тиклем алыҫыраҡ һуғып, ҡаршы яҡҡа йүгерергә, ҡаршы яҡтар тупты тотоп йүгереүсегә тейҙерергә тейеш. Уңышлы йүгереп килгән өсөн командаға мәрәй өҫтәлә. Тейешле ваҡыт эсендә күберәк мәрәй йыйған спортсы команда еңеүсе була.

Етеҙлек, иғтибар, көс, һығылмалылыҡ, һәм оҫталыҡ талап иткән уйын ҡатнашыусыларҙа берҙәмлек, йәғни, команда тойғоһо үҫтерә.

Район-ҡалала уға ҙур иғтибар бирелә, был спорт төрөн үҫтереү һәм камиллаштырыу өсөн көс һалына.

Бөгөн ҡаланың спорт һарайында мини-лапта буйынса республика беренселеге үтте.

Сара барышын һәм һөҙөмтәләрҙе гәзиттең киләһе һанында уҡығыҙ.

Автор фотолары. 

Мәләүездә мини-лапта буйынса ярыш үтте
Мәләүездә мини-лапта буйынса ярыш үтте
Мәләүездә мини-лапта буйынса ярыш үтте
Мәләүездә мини-лапта буйынса ярыш үтте
Автор:
Читайте нас