Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
6 Март , 08:40

Аҙналыҡ йондоҙнамә (9 - 15 март)

   

Аҙналыҡ йондоҙнамә (9 - 15 март)Аҙналыҡ йондоҙнамә (9 - 15 март)
Аҙналыҡ йондоҙнамә (9 - 15 март)

Ҡуҙы
Интуицияғыҙ һәм ижади ҡеүәтегеҙ юғары кимәлдә. Әммә һеҙҙе ҡатмарлы һайлау көтә: ғаиләгә ваҡыт бүлеү йә иғтибарҙы хеҙмәткә бәйле вазифаға туплау.

Буға
Һөйгән йәрегеҙ менән уртаҡ эш та­бы­­ғыҙ, был ру­хи бәй­ләнеште нығытасаҡ. Иң ҙур ҡоралығыҙ – сабырлыҡ. Был туғандар ме­нән аралашҡанда мәсьәләне хәл итергә ярҙам итер.

Игеҙәктәр
Был татыулашыу аҙналығы. Берәйһе менән аңлашылмаусанлыҡ килеп сыҡһа, бе­рен­­се аҙым яһағыҙ. Компромисҡа бара белеү эш­тә лә, мө­хәббәттә лә файҙалы буласаҡ.

Ҡыҫала
Стратегик планлаштырыу өсөн иң ҡулай мәл. Ҙур хыял ҡорорға ҡурҡмағыҙ — уны тормошҡа ашырыу өсөн көсөгөҙ бар. Эштә уңыш йылма­йыр: килемле тәҡдим булыуы мөмкин.

Арыҫлан
Бөтә нәмә ҡулдан ысҡынһа ла, ял итеп алы­ғыҙ ҙа хәрәкәтте дауам итегеҙ. Ны­ҡыш­ма­лыҡ маҡсатҡа килтерә. Тырыш хеҙмәт һө­нәри үҫе­ш һәм аҡса менән бүләкләнәсәк. Мөхәббәттә хистәр һы­уын­маһын өсөн, хәстәрлек күрһәтегеҙ.

Ҡыҙ
Эшкә һалған башланғысығыҙ юғары баһаланасаҡ. Тәҡдим ителгән идеяғыҙ фирма­ға - килем, ә һеҙгә хеҙмәттәшегеҙҙең ихтирамын килтерәсәк. Осор ғаилә бәйләнешен яйға һа­лыу һәм күптәнге мәсьәләне бөтөрөү өсөн уңай­лы.

Үлсәү
Янсыҡты ябыҡ тотоғоҙ. Уйланылмаған сығымдан баш тартығыҙ. Ләкин бәләкәй булһа ла ки­лем көтөгөҙ. Кү­ңел тигеҙлеген тергеҙеүҙең иң яҡшы ысулы - яратҡан эш ме­нән шө­ғөл­ләнеү.

Саян
Дуҫ ярҙамы төрлө ҡаршылыҡты еңеп сығыу өсөн асҡыс буласаҡ. Хәл-ваҡиғаның ал­ма­шы­ныуы һәм яңы осрашыу һеҙгә көс бүләк итәсәк. Спорт менән шөғөлләнеү файҙаға ғына.

Уҡсы
Саҡырыуҙан баш тартмағыҙ. Һәр социаль са­ра киләсәктә роль уйнай ала. Дәртегеҙ юғары ки­мәлдә, ә яуаплылыҡ уңыш нигеҙе булып то­ра­саҡ.

Ылаҡ
Офоҡто киңәйтегеҙ - был рух күтәренкелеге бүләк итер, оҫталығығыҙҙы арттырыр. Эштәге тәҡ­дим шик тыуҙыра икән, ул нисек кенә ылыҡ­тыр­ғыс булмаһын, унан баш тартыу хәйерле.

Һыуғояр
Ауырлыҡ алдында бирешмәгеҙ. Маҡсатҡа ирешер өсөн ныҡышмалылыҡ күрһәтегеҙ. Эштә уңыш көтә - конкуренциянан ҡурҡмағыҙ.

Балыҡ
Осор өҫтәмә килем сығанағын эҙләүгә тап килә. Йондоҙҙар һеҙҙең яҡлы, айырыуса йәмә­ғәт эшмәкәрлегендә.

Автор:Дина Ишматова
Читайте нас