Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
6 Март , 08:42

КӨЛӘМӘС. Шәп кейәү!

    

КӨЛӘМӘС. Шәп кейәү!КӨЛӘМӘС. Шәп кейәү!
КӨЛӘМӘС. Шәп кейәү!

Ҡәйнәһе кейәүенә әйтә икән:

- Кейәүкәйем, үлеп тороп ҡуян ите ашағым килеп киттесе, диитищский тиҙәр бит!

Кейәү ни, һайтҡа-тайт тигәндәй, яурынына мылтығын аҫып ала ла, сығып китә. 10 минуттан ҡуян атып алып ҡайтып та инә. Таҙарта, матур итеп утта ҡыҙҙыра ла:

- Ҡәйнәкәйем, алтыным! Әҙер! Рәхим итеп ултыр, әйҙүк! - ти.

Ҡәйнәһе рәхәтләнеп тороп һыйлана һәм ауыҙын һөртә-һөртә:

- Кейәү-балаҡай, бигерәк тиҙ атып алып ҡайттың ҡуянды, шәпһең дә инде! - тип маҡтап ҡына ултырһа, кейәүе оло яҡта диванда ятҡан еренән ҡысҡырыңҡырап:

- Ҡапҡа алдына сыҡҡан инем, ҡойма башында ҡуян ултыра! Мин мылтыҡты тоҫҡап бер-икене шап-шап!!! Ҡуян мяяяу тип әйтеп тә өлгөрмәне!!! - тимәһенме...

Йылмай!

Автор:
Читайте нас