

Һыйыр арҡанлаған кеше юл буйында тора, ти. Береһе лә ултыртмай. Ҡыҙыҡ күреп кенә «яңы урыҫ» килеп туҡтай:
– Ҡайҙа юлландың?
– Шул инде, ҡалаға…
– Ә һыйырыңды ни эшләтәң?
– Ул ни, арттан йүгерер.
– Йә, ярай, ултыр…
Машина ҡуҙғалып китә… Тиҙлек 40 км/сәғ. – һыйыр ҡалмай, 80 км/сәғ. – хайуан ыжламай ҙа, 120 км/сәғ. – саба, әммә теле һалбырап килә.
– Мырҙам, һыйырың бирешә башланы, шикелле. Теле һалбырай.
– Ҡайһы яҡҡа?
– Һулаҡайға…
– Уңғараҡ ал, уҙырға ниәтләй... - тимәһенме!