Был төймә 4,5 мең йыл элек эшләнгән һәм кейелгән. Табылдыҡты Р.Г. Кузеев исемендәге этнологик тикшеренеүҙәр Институтының археология һәм этнография музейы директоры Илшат Бахшиев тәҡдим итте. Ғалим аңлатыуынса, бындай предметтар хәҙерге Башҡортостан биләмәһендә иртә бронза быуатында йәшәгән кешеләр тарафынан эшләнгән материалдарҙы эшкәртеү һәм кейем эшләүҙең үҫешкән технологиялары тураһында һөйләй.
Сығанаҡ: "Башинформ".