Көнгәк
+28 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
7 Марта , 18:00

Торлаҡ кодексына үҙгәрештәр индерелде

Улар капиталь ремонтҡа күберәк иғәнә йыйырға ярҙам итәсәк.

Торлаҡ кодексына үҙгәрештәр индерелдеТорлаҡ кодексына үҙгәрештәр индерелде
Торлаҡ кодексына үҙгәрештәр индерелде

Был капиталь ремонт фондын махсус иҫәптәрҙә туплаған күп фатирлы йорттарға ҡағыла. Махсус иҫәп эше дауам итһен өсөн торлаҡ хужаларына һалынған иғәнәләрҙең кәм тигәндә 60 процентын йыйырға кәрәк. Элек 50 процент етә ине.

Был ғәмәлдә нисек эшләй – Башҡортостан Республикаһының “Госжилстройнадзор” хеҙмәтендә аңлаттылар.

Миҫал. Йортҡа ай һайын 100 000 һум һалына, милекселәр был дәүмәлдең кәмендә 60 000 һумын түләргә тейеш. Йыйылырға тейеш 60% – тап шул.

Йыйылған иғәнәләр дәүмәле 60 проценттан кәм булһа, аҡса капиталь ремонт буйынса төбәк операторы иҫәбенә күсереләсәк.

 Иғәнәләр йыйыуға өлгәшмәгән осраҡта эш итеү тәртибе:

1. Килем билдәләнгән сиктән түбән булһа, “Госжилстройнадзор” махсус иҫәп хужаһына хәбәр итә.
2. Иҫәп хужаһы милекселәргә бурысты ҡаплау кәрәклеге тураһында хәбәр итергә тейеш.
3. Бурысты ҡаплауға 5 ай ваҡыт бирелә.
4. 5 ай эсендә йыйымдар сиге 60 проценттан артмаһа, “Госжилстройнадзор” урындағы үҙидара органына хәбәр итә.
5. Урындағы үҙидара органы төбәк операторында иҫәп булдырыу тураһында ҡарар ҡабул итеп уны махсус иҫәп хужаһына ебәрә.
6. Махсус иҫәп хужаһы ҡалған аҡсаны ҡарарҙы алғандан һуң 1 ай эсендә төбәк операторы иҫәбенә күсерергә тейеш.

“Госжилстройнадзор” кәңәш итә: иғәнәләрҙе ваҡытында түләгеҙ, түләүҙәр тураһында күршеләрегеҙҙе иҫкәртегеҙ һәм идарасы компания йәки милек хужалары ширҡәте аша йыйыу кимәлен күҙәтеп барығыҙ.

Автор:Аңлатабыҙ. Башҡортостан
Читайте нас