Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
8 Март , 17:00

Башҡортостанда «Фермер мәктәбе»нә ғаризалар ҡабул итеү башланды

Был белем биреү проектының был 13-сө ағымы. 2020 йылдан республиканың 275 фермерына дипломдар тапшырылды.

Башҡортостанда «Фермер мәктәбе»нә ғаризалар ҡабул итеү башландыБашҡортостанда «Фермер мәктәбе»нә ғаризалар ҡабул итеү башланды
Башҡортостанда «Фермер мәктәбе»нә ғаризалар ҡабул итеү башланды

Уҡыу йүнәлештәре:

1. «Ауыл хужалығында агродрондар ҡулланыу»
2. «Фермер хужалыҡтарын үҫтереүҙең һөҙөмтәле бизнес‑моделе» (һатыу, маркетплейстар, брендлау)

Оҙайлығы – 3 ай. Уны тамамлағас, яңы һөнәри белем үҙләштереү тураһында билдәләнгән өлгөләге диплом бирелә.

Кемдәр ҡатнаша ала: крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары етәкселәре һәм республиканың ауыл ерендә теркәлгән шәхси ярҙамсыл хужалыҡ эйәләре. Юғары йәки урта һөнәри белем мотлаҡ.

Ғариза биреү: 2026 йылдың 16 мартына тиклем konkyrsmcx@mail.ru адресына эссе, презентация йәки видеояҙма ебәрергә.

Проектты Россельхозбанк Башҡортостан Республикаһының Ауыл хужалығы министрлығы Һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты менән берлектә тормошҡа ашыра.

Тулыраҡ мәғлүмәт – сайтта

Автор:Аңлатабыҙ. Башҡортостан
Читайте нас