Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
9 Март , 05:17

КӨН ЙЫЛЫТА

Был һыуыҡтар оҙаҡҡа бармай. Һуңғы һалҡындар тип әйтергә лә мөмкин. Синоптиктар фаразлауынса, бөгөн, 9 мартта, көндөҙ республикала урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы ихтимал. Ел төньяҡ-көнбайыштан, төньяҡтан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ -16,-21 градус.

КӨН ЙЫЛЫТАКӨН ЙЫЛЫТА
КӨН ЙЫЛЫТА

Шишәмбе, 10 мартта, яуым-төшөм көтөлмәй. Ел төньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -28, -33°, урыны менән -23°, көндөҙ -13, -18°, урыны менән -23°.

Шаршамбы, 11 мартта, ҡар яуыуы, ҡайһы бер райондарҙа буран сығыуы, юлдарҙа ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ булыуы ихтимал. Ел көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -16,-21°, көндөҙ 0,-5°.

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас