Башҡорт халыҡ эпосы "Урал-батыр"ижад ителеүенең аныҡ датаһы юҡ, сөнки ул меңәр йылдар дауамында ижад ителгән һәм телдән-телдән тапшырылған.
Тәүге тапҡыр фольклорсы Мөхәмәтша Буранғолов 1910 йылда сәсәндәр Ғәбит Арғынбаев һәм Хәмит Әлмөхәмәтов бәйеттәренән яҙып ала. Башҡорт халыҡ ижадының иң ҙур һәм боронғо эпик әҫәре ул «Урал батыр» эпосы. Ул әллә нисә мең йылдарға барып тоташҡан боронғо мифологияны кәүҙәләндерә, тәүтормош кешеләре, боронғо ышаныуҙарҙың киң ҡоласлы булыуын күрһәтә. Мәшһүр «Урал батыр» эпосын өйрәнеү дауам итә, төрлө сара ойошторола. Башҡортостандың ете мөғжизәһенә ингән күренекле эпос ун өс телгә тәржемә ителгән.
Үткән аҙнала Иштуған ауылында үткән сара «Урал батыр байрамы» шуға асыҡ миҫал. Ауыл мәҙәниәт йорто фойеһында матур күргәҙмә ойошторолғайны. Унда район оҫталарының ҡул эштәре, күҙҙең яуын алырҙай ҡорамалар, түшелдеректәр, сиккән таҫтамалдар, һуҡҡан балаҫтар урын алған. Фәнил Яманаевтың картиналары күргәҙмәгә йәм өҫтәне. Милли кейем кейгән, сулпыларын сыңлатып йөрөгән апайҙарҙы күреүе үҙе бер кинәнес булды. Сараның төп ҡунағы - башҡорт фольклоры ғалимы, филология фәндәре докторы, Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премия лауреаты Розалия Әсфәндиәр ҡыҙы Солтангәрәева ҡатнашыуы байрамға мәртәбә өҫтәне. Хөрмәтле сәсәниә Аллаһу Тәғәләнән еребеҙгә тыныслыҡ килеүен, бар халыҡтың татыу йәшәүен һорап доғалар ҡылыуҙан башланы. Розалия Солтангәрәева эпостан өҙөк килтереп кенә ҡалманы, мәғәнәһен дә аңлатты. Унан һуң балаларҙан башлап өлкәндәргә тиклем үлемһеҙ эпос юлдарын сәхнәнән уҡып ишеттерҙе. Айырыусы Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһы уҡыусыһы Илсур Абдрахмановтың сығышы барыһының да күңеленә хуш килде. Уның милли кейемдә, уҡ-һаҙаҡ менән сығып ролгә инеп тасуирлап уҡыуы, байрамға йәм өҫтәне.
Сара тирә-яҡ ауылдарҙан килеүсе, шулай уҡ Иштуған ауылы ағинәйҙәре, һәүәҫкәр артистар көсө менән әҙерләнгән концерт менән үрелеп барҙы. Концерт тамамланғас сәсәниә «Ҡот ҡайтарыу» йолаһын күрһәтте. Ғөрөф-ғәҙәттең мәғәнәһен һөйләп, боронғо кешеләрҙең йәшәйешен аңлатып бирҙе.
«Урал батыр» эпосы башҡортмон тигән һәр кемдең күңел түрендә йөрөргә, халыҡ өсөн үлемһеҙ эштәргә саҡырып торорға тейеш.
Гөлкәй ҒӘБДРӘШИТОВА.