Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
10 Март , 06:05

Көн ҡапыл йылыта

Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, бөгөн, 10 мартта, яуым-төшөм көтөлмәй. Ел төньяҡ-көнбайыштан, көньяҡ-көнбайышҡа табан талғын. Һауа температураһы көндөҙ -14,-19 градус тәшкил итәсәк.

Көн ҡапыл йылытаКөн ҡапыл йылыта
Көн ҡапыл йылыта

Иртәгә, 11 мартта, бер аҙ ҡар яуыуы, ҡайһы бер райондарҙа буран сығыуы, юлдарҙа ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ булыуы көтөлә. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -16,-21°, көндөҙ -1,-6°.

Кесе йомала, 12 мартта, төндә республика буйлап, көндөҙ урыны менән бер аҙ ҡар яуа, ҡайһы бер райондарҙа боҙлауыҡ, юлдарҙа боҙлауыҡ. Ел көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -2, -7°, көндөҙ -1,+4°.

Автор:
Читайте нас