

✓ Грек сәтләүеге организмда ҡартайыу процесын тотҡарлай, шулай уҡ мейе эшен яҡшырта. Уның составында Омега-3 бар һәм йод күп.
✓ Еләк хәтерҙе яҡшыртыуға булышлыҡ итә. Ҡара көртмәле составында глаукома, катаракта, яман шешкә, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарына, геморройға, ашҡаҙан яраһына юл ҡуймаҫҡа мөмкинлек биргән антиоксиданттар бар. Ул аш һеңдереү юлының шешеүен баҫа, мейе эшмәкәрлеген яҡшырта.
✓ Һарымһаҡ инсульт хәүефен кәметә, шулай уҡ яман шешкә һәм йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарына юл ҡуймаҫҡа ярҙам итә. Һарымһаҡ артрит ваҡытында шешенеү һәм һыҙланыуҙы кәметә, шешеүгә ҡаршы үҙенсәлектәргә эйә.
✓ Йомортҡа аҡһым, шулай уҡ лютеин сығанағы булып тора, ә ул күҙҙе катарактанан һаҡлай, шулай уҡ инфаркт һәм инсульт хәүефен, тромб барлыҡҡа килеү хәүефен кәметә. Диетологтар раҫлауынса, көнөнә бер йомортҡа ашаһаң, был холестерин кимәлен күтәрмәй.
✓ Кишер мейеләге ҡартайыу процесын әкренәйтә, шулай уҡ ирекле радикалдар зыяны тип аталған, күҙәнәктәрҙең юҡ ителеү процесына юл ҡуймай.
✓ Диңгеҙ кәбеҫтәһендә мейе өсөн бик файҙалы йод күп. Ә уның организмда етешмәүе ярһыусанлыҡ, аңды юғалтыу, депрессия менән янай, шуға күрә үҙегеҙҙең рационға диңгеҙ кәбеҫтәһен индерегеҙ.