

Шоколад тирене йомшарта һәм йыйырсыҡты шымартырға ярҙам итә. Ләкин шоколад аллерген икәнлеген иҫтә тотоу мөһим.
Өҫтәмәһеҙ әсе шоколад ҡулланырға кәрәк, какао миҡдары 50% кәм булмаҫҡа тейеш.
Битлек әҙерләү өсөн 50-70 грамм шоколадты пар өҫтөндә иретергә, артабан бер аҙ һыуытырға. Һуңынан үҫемлек майы, емеш-еләк һуты менән бутарға.
Ҡатышманы бер төрлө массаға тиклем бутарға, күҙ һәм ауыҙға тейгеҙмәй, биткә һөртөргә. Битлекте 10-15 минуттан йылы һыу менән йыуырға.