Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
15 Март , 03:05

Башҡарған эштәре халыҡ өсөн

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ халыҡҡа йылы, тәртип, таҙалыҡ кеүек уңайлы шарттар булдырып ҡына ҡалмай, көнкүрештә килеп тыуған сетерекле хәлдәрҙе лә хәл итә.

Башҡарған эштәре халыҡ өсөнБашҡарған эштәре халыҡ өсөн
Башҡарған эштәре халыҡ өсөн

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ халыҡҡа йылы, тәртип, таҙалыҡ кеүек уңайлы шарттар булдырып ҡына ҡалмай, көнкүрештә килеп тыуған сетерекле хәлдәрҙе лә хәл итә.

Был өлкә халыҡ мөрәжәғәтен ҡабул итә, ойошмаларҙың аварияһыҙ эшен тәьмин итеүгә көс һалып, күңелһеҙ хәлдәрҙе кисектерә.

«ЖКХ-РемСервис» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Нөгөш, Нордовка һәм Воскресенскийҙан тыш район биләмәһенә ҡараған бихисап ауылды хеҙмәтләндерә.

Торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан беҙ уның директоры Юрий Масютин менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

- Юрий Матвеевич, үҙегеҙ етәкләгән йәмғиәт эшмәкәрлеге менән яҡындан таныштырып үтһәгеҙ ине.

- Беҙҙең ойошма район ауыл биләмәләрендә тышҡы һыу менән тәьмин итеү системаларын хеҙмәтләндереү, ағымдағы һәм авария хәлендәгеләрен ремонтлау менән шөғөлләнә.

Үҙәк һыу менән тәьмин ителгән 40 тораҡ пунктта һыу үткәргестең дөйөм оҙонлоғо 188 саҡрым тәшкил итә. Шулай уҡ 34 һыу ҡыуҙырыу башняһы һәм 40 скважина хеҙмәтләндерелә.

- Скважиналарҙы шкаф менән йыһазландырыу һәм насостарҙы һаҡлау буйынса эш хаҡында ла һөйләп китегеҙ әле.

- Был эш 2021 йылдан алып барыла. Бөгөн Конаревка, Михайловка, Яңы Казанковка, Нордовка, Сәйет, Һәргәй, Троицкий, Дарьино, Первомай, Сарлаҡ, Озерки, Александровка, Восток ауылдарында бөтәһе 13 шкаф монтажланған. Ул һыу менән тәьмин итеү системаһында норматив баҫымды һыу ҡыуҙырыу башняһынан ағып сығыуға юл ҡуймай һаҡларға мөмкинлек бирә, фаза юғалыуынан һәм көсөргәнештән һаҡлай, электр энергияһын экономиялай.

- Ауылдарҙағы фельдшер-акушерлыҡ пункттарын да һыу менән һеҙ тәьмин иттегеҙме?

- Эйе, бөтәһе ете яңы модулле ФАП-ты һыу менән тәьмин итеү һәм канализацияға тоташтырыу буйынса эштәр башҡарылды, уларҙың алтауында үҙ һыу алыу скважиналары (Үрге Юлдаш, Ҡыҙрай, Ҡотош, Бәләкәй Шәрип, Һыртлан, Смаҡ, Яңауыл) булдырылды.

- Уҙған йылды ниндәй һөҙөмтәләр менән тамамланығыҙ?

- 2025 йылда авария бригадаһы райондың тораҡ пункттарын һыу менән тәьмин итеү системаһындағы 145 етешһеҙлек, шул иҫәптән 98 һыу ағыу осрағы юҡҡа сығарылды. Тағы ла 12 тәрәнлектәге насос алмаштырылды, 7 һыу ҡыуҙырыу башняһы ремонтланды, ике һыу алыу скважинаһы (Самаро-Ивановка, Даниловка) йыуҙырылды.

2025 йыл һөҙөмтәләренә килгәндә, бөтәһе ун өс миллион өс йөҙ мең һумлыҡ эш башҡарылды.

- Быйыл ниндәй эштәр башҡарыу ҡарала?

- Быйыл Озерки (600 метр), Корнеевка (210 метр) һәм Тирәкле (1000 метр) ауылдарында һыу үткәргес участкаһын алмаштырыу, Васильевканы яңы скважинаға тоташтырыу планлаштырыла.

- Сиселеш талап иткән мәсьәләләр бармы?

- Әлбиттә, бар. Аҡса бүленгән осраҡта һыу менән тәьмин итеү сығанаҡтарында санитар нормаларҙы үтәмәү, ҡоролма ҙурлығы тура килмәү, скважина өҫтөндә бина юҡлығы кеүек мәсьәләләрҙе хәл итеү талап ителә.

- Белеүебеҙсә, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла ярҙам итәһегеҙ.

- Көндәлек эш, мәшәҡәткә ҡарамай, ил һағындағыларға ярҙам итеү бурысы хаҡында ла онотмайбыҙ: мөрәжәғәт килгән һайын йорттарҙы тышҡы һыу менән тәьмин итеү системаһына тоташтырыу буйынса санитар-техник эш башҡарыла. Шулай уҡ матди ярҙам күрһәтеүҙе быйыл да дауам итәсәкбеҙ.

- Әңгәмә өсөн рәхмәт. Тынғыһыҙ эшегеҙҙә уңыштар!

Лена ХӘЙРУЛЛИНА әңгәмәләште.

Автор:
Читайте нас