

Бөгөн «ЖКХ-РемСервис» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә бөтәһе ун өс хеҙмәткәр эшләй.
Авария-ремонт хеҙмәте бригадаһының авария-төҙөкләндереү эштәре слесары Михаил Иванцовтың ойошмалағы хеҙмәт стажы ун ике йыл. Николай Дергунов водитель булып һигеҙ, иретеп йәбештереүсе Миҙхәт Ҡазиханов «ЖКХ-РемСервис»та биш йыл эшләй.
Уларҙың бригадаһы район ауылдарын йыл, тәүлек әйләнәһенә хеҙмәтләндерә.
- Эшебеҙ ауыр, яуаплы булһа ла, уға күңел һалып башҡарабыҙ. Ял, байрам көндәрендә, хатта төндә лә сығып китергә тура килә.
Кешеләрҙең уңайлы шарттары беҙҙең тырышлыҡҡа һәм яуаплылыҡҡа бәйле икәнен яҡшы аңлайбыҙ. Тышта ниндәй генә һауа торошо булмаһын, беҙҙе «Кәрәк!» тигән саҡырыу йөрөтә. Кемдер һинең ярҙамыңа мохтаж саҡта бер нисек тә өйҙә тыныс ултырып булмай, - ти улар.
Бригада хеҙмәткәрҙәренең эше бер-береһенекенә тығыҙ бәйле.
Уларҙың халыҡ мәнфәғәтендәге еңел булмаған хеҙмәтененең күңелһеҙ хәлдәрһеҙ һәм уңышлы булыуын теләйбеҙ.
Автор фотоһы.