

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ беҙҙе ут, һыу менән тәьмин итә, уңайлыҡ булдыра, йорттарҙы төҙөкләндерә. Иңендә оло яуаплылыҡ ятҡан хеҙмәткәрҙәрҙең тырыш хеҙмәте барыбыҙ өсөн дә мөһим.
Коммуникация төҙөклөгө, предприятие, ойошма, мәктәп, дауаханала, ҡала һәм ауыл йорттарын, фатирҙарҙы электр, һыу һәм йылылыҡ менән өҙлөкһөҙ тәьмин итеү көндәлек эштең сифатына бәйле. Урамдарҙағы һәм ихаталарҙағы тәртип һәм таҙалыҡ та көндәлек тырышлыҡ һөҙөмтәһе.
Ҡаланың 4-се торлаҡ эксплуатациялау участкаһының алыштырғыһыҙ хеҙмәткәре Мәрфуға Мусина унда 2012 йылдан алып эшләй. Был өлкәгә күп йылдар ҡаланың кирбес заводында эшләп хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң килә.
Тәртип һәм таҙалыҡ һағында тороуына - ун дүрт йыл.
- Быйылғы ҡыш беҙҙе эшһеҙ тотманы, әле булһа ҡулдан көрәк төшөртмәй. Хатта байрам көндәрендә лә иртүк тороп, таңғы сәғәттәрҙән ҡар менән көрәшергә тура килә, - ти Мәрфуға Миңлеғәли ҡыҙы.
Ул бөтәһе һигеҙ өйҙөң ун дүрт подъезын хеҙмәтләндерә. Йорт алдарын ҡарҙан таҙартыу, боҙон ватыу, һепереү, тайғаҡ ваҡытта ҡом һибеү, ихаталарҙы тәртипкә килтереүҙән тыш сарҙаҡ һәм подвал таҙартыу, йәйен сәскә түтәлдәрен утау, һыу һибеү кеүек эштәрҙе лә башҡара.
Мәрфуға апайҙың хеҙмәтенә 4-се участка етәкселеге лә ыңғай баһа биреп, уны үҙ эшенә намыҫлы, яуаплы ҡараған кеше булараҡ белә.
- Беҙҙең эштең туҡтап торғаны юҡ инде ул. Ҡышын ҡар көрәйбеҙ, боҙ һәм боҙбармаҡ ватабыҙ, яҙ айҙарында тирә-яҡты ҡышҡы сүп-сарҙан таҙартып, тәртипкә килтерәбеҙ, йәй етһә, сәскәләргә һыу һибәбеҙ, ихата һеперәбеҙ, көҙөн ҡойолған япраҡ йыябыҙ... Һәр ваҡыт халыҡтың күҙ алдында йөрөгәс, эшеңә баһа бирелек төрлө һүҙ ишетергә лә тура килә. Берәүҙәр рәхмәт әйтә, икенселәре шелтәләй, тигәндәй. Башҡаларға кәрәк булыуыңды аңлау дәрт өҫтәй, - тип һөйләй ул үҙе.
Торлаҡ-коммуналь хужалығы тармағы булдырған тәртипте боҙмай, йөрөгән юлыбыҙҙы, йәшәгән йортобоҙҙо һәм ихатабыҙҙы таҙалыҡ булдырғандарға хөрмәт менән ҡарарға өйрәнәйек.
Автор фотоһы.