Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
16 Март , 02:05

Былар ҡыҙыҡлы

Ҡулсатырҙы ямғырҙан түгел, ә ҡояштан һаҡланыу өсөн уйлап сығарғандар.  

Былар ҡыҙыҡлыБылар ҡыҙыҡлы
Былар ҡыҙыҡлы

Бөгөн ҡыҫҡа сәсле ҡатын-ҡыҙҙы осратыу яңылыҡ түгел. Ә бына күп йылдар элек бындай прическа гүзәл заттың иренә хыянат хаҡында һөйләгән.

 

Ҡулсатырҙы ямғырҙан түгел, ә ҡояштан һаҡланыу өсөн уйлап сығарғандар.

 

Пинжәк еңендәге төймәләрҙе Наполеон Бонапарт уйлап тапҡан. Матурлыҡ өсөн түгел, ә һалдаттарҙы танауҙарын мундир еңенә һөртөүҙән биҙҙереү ниәтенән.

 

1850 йылға тиклем өҫ кейемдәре, башлыса, уңайлыҡ өсөн ҡулланылған, мода хаҡында уйлап та бирмәгәндәр.

 

Яһалма керпектәрҙе 1916 йылда Голливуд продюсеры Д. Гриффит уйлап тапҡан.

 

Ҡатын-ҡыҙҙың иң боронғо өҫ кейеме тип итәк һанала.

 

Парфюм донъяһындағы модаға 1920 йылда нигеҙ һалына. Нәҡ ошо йылда Коко “Шанель-5” легендар хушбуйын уйлап сығара.

 

200 йыл элек балалар кейеме тигән төшөнсә бөтөнләй булмаған. Кескәйҙәр ололар кейгән кеүек кейемдәрҙә йөрөгән, тик үлсәмдәре генә бәләкәй булған.

 

Биҙәүестәрҙе иң башта ир-ат тағып йөрөгән. Батшалар заманында улар үҙ статустарын нәҡ биҙәүестәр ярҙамында күрһәткән дә инде.

Автор:
Читайте нас