

Бөгөн Мәләүез мәҙәниәт һарайында торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм халыҡҡа көнкүреш хеҙмәт күрһәтеү өлкәһе эшсәндәрен һөнәри байрам менән тәбрикләү тантанаһы үтте.
- Һеҙҙең яуаплы хеҙмәтегеҙ кешеләргә ут, һыу һәм йылы, таҙа биләмәлә йәшәү мөмкинлеге бирә. Күркәм, төҙөкләндерелгән йорт алды һәм ихата ла - һеҙҙең тырышлыҡ һөҙөмтәһе. Изге теләк һәм рәхмәт һүҙен оҙаҡ йылдар ошо тармаҡта эшләгән ветерандарға ла, бөгөн үҙ бурысын тырышып атҡарған эшсәндәргә лә еткерәм. Һеҙҙең хеҙмәт хөрмәткә һәм ихтирамға лайыҡ, - тине район хакимиәте башлығының архитектура һәм төҙөлөш буйынса урынбаҫары Азат Килдебаев.
Ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Алһыу Ковинская ла торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү өлкәһе уңғандарын тәбрикләне.
Тантаналы сарала тармаҡ алдынғыларының тырышлығы республика һәм район кимәлендәге наградалар менән билдәләнде.
Автор фотолары.