Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
18 Март , 15:00

Башҡортостанда томан арҡаһында Өфө — Ырымбур трассаһының бер өлөшөндә хәрәкәт ту

       

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының баш идаралығы
 
Фото: Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының баш идаралығы

Бөгөн иртәнге сәғәт 7-нән Өфө — Ырымбур Р-240 федераль трассаһының 145-се саҡрымынан (Яңы Васильевка ауылы) 207-се саҡрымына (Мәләүез ҡалаһы) тиклем көслө томан арҡаһында бөтә төр транспорт саралары өсөн хәрәкәт туҡтатылды. Был турала Стәрлетамаҡ районы хакимиәте хәбәр итә.

«Сикләүҙәр бөгөн иртәнге сәғәт 9-ға тиклем индерелде. Ваҡыты үҙгәрергә мөмкин», — тиелә белдереүҙә.

Бынан алда Башинформ хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда ҡар ирей башланы, әммә әлегә тотороҡло йылы һауа торошо хаҡында һөйләү иртәрәк.

https://www.bashinform.ru/news/social/2026-03-18/iz-za-tumana-v-bashkirii-zakryto-dvizhenie-na-uchastke-dorogi-ufa-orenburg-4618079

Автор: Инсаф Хужабирганов
Автор:
Читайте нас