Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
18 Март , 11:50

Мәләүездә тағы бер һәйкәл барлыҡҡа килде

Бөгөн ҡалала торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәренә һәйкәл асыу тантанаһы үтте.

Мәләүездә тағы бер һәйкәл барлыҡҡа килдеМәләүездә тағы бер һәйкәл барлыҡҡа килде
Мәләүездә тағы бер һәйкәл барлыҡҡа килде

Бөгөн ҡалала торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәренә һәйкәл асыу тантанаһы үтте.

Ул район хакимиәте башланғысы һәм урындағы "Водоканал" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең финанс ярҙамы менән барлыҡҡа килә. Йыйылма образ "Водоканал" хеҙмәткәренеке. Һәйкәл талантлы скульптор, Рәсәй рәссамдар Союзы ағзаһы Илдус Закировтың эше. Ул мәләүездәргә райондағы бер нисә һәйкәл авторы булараҡ таныш.

- Бөгөн асылған арт-объект торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәренең хеҙмәтен һәм һөнәри оҫталығын таныу. Ул ҡалабыҙға йәм биреп торасаҡ. Кешеләр был тармаҡ хеҙмәткәрҙәрен төрлө уңайһыҙлыҡтар тыуған ваҡытта ғына түгел, ял иткәндә лә иҫкә алһын, - тине үҙ сығышында район хакимиәте башлығы Зәбир Ғабдуллин.

Сара барышы хаҡында тулы мәғлүмәтте гәзиттең 13-сө һанында уҡығыҙ.

Автор фотолары. 

 

 

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас