

Ҡаланың күп йүнәлешле һөнәри белем биреү колледжында медицина хеҙмәткәрҙәрен әҙерләй башлаясаҡтар.
Район хакимиәте башлығы Зәбир Ғабдуллин тарафынан ҡабул ителгән ҡарар яңы уҡыу йылынан тормошҡа ашырыла башлаясаҡ.
- Беҙгә уҙған йылдың декабрендә үҙәк район дауаханаһына медицина хеҙмәткәрҙәре етешмәү сәбәпле колледжда яңы һөнәргә уҡытыуҙы хәл итеү мәсьәләһе менән район хакимиәте башлығы Зәбир Ғабдуллин һәм Мәләүез үҙәк район дауаханаһы баш врачы Илмир Ҡотлоғужин мөрәжәғәт итте.
Беҙ был тәҡдимде ҡабул итеп, уны ыңғай хәл итеү өсөн уҡыу йортонда файҙаланып булырлыҡ мөмкинлектәрҙе барлағандан һуң, лицензия юллай башланыҡ. Был эш февраль айында тамамланды. Рөхсәт алыу өсөн кәрәкле ҡорамал һәм дәреслектәр һатып алынды, үҙәк район дауаханаһының ун дүрт хеҙмәткәрен уҡыттыҡ, тап улар киләсәктә ошо йүнәлеш буйынса студенттарға белем бирәсәк. Үҙ көсөбөҙ менән ике уҡыу кабинетын йыһазландырҙыҡ. Колледжда теория һәм практика дәрестәре үткәреү өсөн бөтә шарт та бар. Ошо урында район хакимиәте тарафынан күрһәтелгән аҡсалата ярҙам тураһында әйтеп үтергә кәрәк. Был башланғыста шулай уҡ үҙәк район дауахана етәкселеге ярҙамын да тойҙоҡ, - ти күп йүнәлешле һөнәри белем биреү колледжының уҡыу-уҡытыу эше буйынса директор урынбаҫары Людмила Дегтярева.
Бөгөн колледж етәкселеге республиканың Мәғариф һәм фән министрлығына бюджет урындар алыу өсөн документтар әҙерләү менән мәшғүл.
Мәләүез үҙәк район дауаханаһы баш врачы Илмир Ҡотлоғужин әйтеүенсә, һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы акушер, медсестра, фельдшер кеүек 60-тан ашыу медицина хеҙмәткәренә ҡытлыҡ кисерә. Шул иҫәптән, «Ауыл фельдшеры» программаһы буйынса 750 йәки 500 мең һум түләп, фельдшерҙарҙы ла эшкә алырға әҙерҙәр.
- Районға эшкә килгән йәш белгестәр өсөн эш хаҡынан тыш, торлаҡты ҡуртымға алыу сығымын ай һайын 10 мең һум күләмендә ҡаплау, маҡсатлы килешеү буйынса уҡыған студенттарға 3 мең һум күләмендә айлыҡ стипендия, эшкә урынлашҡанда, йәш белгескә айлыҡ өҫтәмә түләүҙәр, балалар баҡсаһынан урын биреү, өҫтәмә һөнәр буйынса ҡайтанан әҙерлек үтеү мөмкинлеге, тренажер залына, фитнес-үҙәккә, бассейнға йөрөү өсөн ташлама, йәш белгескә тәжрибәле остаз ярҙамы һәм беҙҙең берҙәм, татыу команда ағзаһы булыу кеүек социаль ярҙам саралары ла ҡаралған, - ти Ильмир Илдар улы.
Баш табип шулай уҡ райондың һаулыҡ һаҡлау өлкәһе, медицина учреждениеларындағы эш шарттары тураһында ла һөйләне.
Ҡаланың күп йүнәлешле һөнәри белем биреү колледжында сентябрь айынан медицина йүнәлеше буйынса 9-сы класты тамамлаған мәктәп уҡыусыларын ҡабул итә башлаясаҡ тип көтөлә. Киләсәктә үҙен һаулыҡ һаҡлау өлкәһе менән бәйләргә теләгән егет-ҡыҙҙар ике йыл да ун айҙан уҡыуын тамамлап, кеше сәләмәтлеге һағына баҫа аласаҡ.
Тиҙҙән был башланғыс ыңғай һөҙөмтә биреп, белем биреү учреждениеһы әҙерләгән йәш белгестәр районда эшкә ҡалып, медицина хеҙмәткәрҙәре сафын тулыландырыр.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий ХӘБИРОВ:
- Йәштәр һөнәри белемде республикала алһын өсөн кәрәкле медицина һөнәрҙәрен өйрәнеү мөмкинлеген ярайһы киңәйттек.
Улар үҙебеҙҙә уҡыһын өсөн Башҡортостандың сик буйы уҡыу йорттарында яңы йүнәлештәр астыҡ.
Республика медицина учреждениелары өсөн йәш белгестәр һаны артыуы ла мөһим.
Быйыл медицина колледждарын һәм филиалдарын 3200-ҙән ашыу белгес тамамлаясаҡ. Улар дауахана һәм фельдшер-акушерлыҡ пункттары коллективтарын тулыландырасаҡ, тип көтәбеҙ.
Автор фотолары.