Федоровка районында Михайловтар ғаиләһенең алтынсы балаһы – ҡыҙҙары Милана донъяға килгән.
Бәхетле ата-әсә Ригина менән Михаил Дмитрий, Матвей Эмилия, Амелия һәм Каролина исемле балалар тәрбиәләй.
Илдең яңы гражданының беренсе документын – тыуыу тураһында таныҡлыҡты тантаналы шарттарҙа урындағы ЗАГС бүлеге хеҙмәткәрҙәре тапшырҙы.
Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, бөгөн Башҡортостанда 74 меңдән ашыу күп балалы ғаилә йәшәй, уларҙа 250 меңдән ашыу бала тәрбиәләнә.