Бер ир икенсеһенә:
— Кисә, минәйтәм әй, шундай шәп ресторанға барҙыҡ! Ғүмеремдә барған ресторандарҙың иң оҡшағаны булғандыр ул!
Икенсе ир:
— Нисек атала һуң?
— Үәт хәтер... Теге сәскә нисек атала әле, ҡыҙыл ғына?..
— Тюльпанмы?
— Юҡ, сәнскеләре бар...
— Розамы?
— О, эйе, Роза!
(ҡатынына борола ла)
— Роза, теге, кисә барған ресторан нисек атала ине әле, иҫләй алмай ултырам?..
Йылмай!