Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
3 Апрель , 03:30

Аҙналыҡ йондоҙнамә (6 - 12 апрель)

   

Аҙналыҡ йондоҙнамә (6 - 12 апрель)Аҙналыҡ йондоҙнамә (6 - 12 апрель)
Аҙналыҡ йондоҙнамә (6 - 12 апрель)

Ҡуҙы
Эшлекле тәҡдимгә бәйле етәкселек менән үҙ-ара эш итеү өсөн уңайлы осор. Шуға ҡарамаҫтан, йондоҙҙар маҡсат билдәләргә кәңәш итә.

Буға
Яҡындарығыҙға иғтибарлы булы­ғыҙ. Улар менән күберәк ваҡыт булырға тыры­шы­ғыҙ, яратыуығыҙҙы һәм ярҙамығыҙҙы күрһәтегеҙ.

Игеҙәктәр
Яҡшы осор. Эш ғәҙәти хәлгә ҡайтасаҡ, һеҙ яңынан тотороҡлолоҡ һәм тормош шатлығын тойорһоғоҙ. Әммә ҙур проблема килеп сыҡмаһын өсөн кредит алырға ярамай.

Ҡыҫала
Һөнәри үҫеш көтөлә. Әм­мә был етәк­селек менән яҡшы мөнә­сәбәттә бул­ғандарға ғына ҡағыла. Кө­тө­лмәгән килем алыуығыҙ ихтимал.

Арыҫлан
Мөхәббәттә һиҙемләүгә таяна ала­һығыҙ, ул һеҙҙе алдамаясаҡ. Иң мөһиме - яңғыҙ бул­мағыҙ. Әгәр иптәшегеҙ менән уртаҡ тел та­ба алмаһағыҙ, дуҫтарығыҙ менән аралашыуға кү­сегеҙ.

Ҡыҙ
Аҙнала юғары эшкә һәләтлелек кә­рәк буласаҡ. Һеҙ бик күп, тәү сиратта ижадилыҡ талап иткән эш башҡарырһығыҙ. Ғаи­лә бюджеты менән идара итеү оҫталығығыҙ ҙа бик урынлы буласаҡ.

Үлсәү
Эштә тотороҡлолоҡ күҙәтелә. Әгәр ҙә һөнәри үҫеш теләһәгеҙ, бөгөндән үк эш башлағыҙ. Һаулыҡҡа иғтибар итегеҙ, асыҡ һауала күнек­мә эшләү файҙалы булыр.

Саян
Был аҙнала партнер менән килешеү, киләсәктә килем килтерәсәк планды тормошҡа ашырыу, финанс хәлегеҙҙе нығытыу буйынса маҡсатлы эш көтә.

Уҡсы
Осорҙо көнкүреш эштәренә бағышларға кәңәш ителә. Мөһим һөйләшеү үткәрергә ты­рышығыҙ. Әммә тиҙ килемгә иҫәп тотмағыҙ: ар­табанғы финанс именлеге нигеҙен бул­дырыу мөһимерәк.

Ылаҡ
Әгәр һеҙ хатаһыҙ ҡарар ҡабул итеүегеҙҙе дауам итһәгеҙ, һөнәри баҫҡыс буйлап күтәрелеүегеҙ мөмкин. Аҙна һәр яҡтан да уңышлы. Ләкин яҡындарығыҙға иғтибар бүлергә онотмағыҙ.

Һыуғояр
Йондоҙҙар түҙемлек күрһәтергә һәм мөхәббәт өлкәһендәге ваҡиғаны ашыҡ­тыр­маҫҡа кә­ңәш итә. Эштә килем көтөлә.

Балыҡ
Ғаилә мәнфәғәтен беренсе урынға ҡу­йығыҙ. Мөнәсәбәтте нығытыу һәм бер­ҙәмлек булдырыу өсөн мөмкинлек эҙләгеҙ.

Автор:Дина Ишматова
Читайте нас