Былтыр йәй башында Башҡортостаныбыҙҙың иң ҙур районы Белорет районына барырға насип булды. Был районға минең өсөнсөгә барыуым ине. Бер тапҡыр ҡыш көнө Яңы йыл каникулында, икенсеһе көҙ көнө, бына йәйен дә барып күреү бәхете тейҙе.
Бер төркөм ҡыҙҙар менән иртәнге биштә юлға сыҡтыҡ. Инйәргә тиклем машина менән барҙыҡ. Ҡалған юлды Айғырға тиклем электричкала үттек, сөнки машина юлы юҡ. Халыҡ бик күп, барыһы ла йөк менән. Тирә-яҡҡа ҡарап һоҡланып барып юлды ла һиҙмәй ҡалғанмын. Боролоп-боролоп Инйәр йылғаһы аға, мәғрур, ғорур тауҙар, урмандар, ылыҫ һауаһы танауға килеп бәрелә. Шул тиклем дә хозур, иҫ киткес яҡтар бит ул Белорет яҡтары. Бына Айғырға килеп еттек. Электричканан төшөп тирә-яҡҡа күҙ һалғайным ҡая-таштарҙан башым әйләнеп китте. Төркөмдәштәр менән яйлап ҡына тауға күтәрелә башланыҡ. Башта бик ауыр булманы, өҫкә менгән һайын ҡурҡынысыраҡ, эре-эре таштар араһынан үтеүе ауырлаша барҙы. Аҫҡа ҡарарлыҡ түгел, бик һаҡ ҡына баҫып өҫкә үрмәләйбеҙ. Ярай әле, икенсе төркөм туристар араһында ир-егеттәр бар. Ҡайһы бер ерҙәрҙә улар ярҙам ҡулы һуҙҙы. Шулай яйлап ҡына бара торғас менеп еттек. Хәл алып, тирә-яҡҡа күҙ һалғайным, тәбиғәттең шул тиклем дә илаһи матурлығына хайран ҡалып телһеҙ ҡалдым. Иҫ киткес күренеш ине ул. Йыраҡта күгәреп кенә Урал тауҙарының Башҡортостандағы иң бейек нөктәһе иҫәпләнгән Ямантау күренә, урмандарҙың иге-сиге юҡ. Беҙҙең ҡаршылағы тауҙы Бәләкәй Ямантау тинеләр. Үҙебеҙ менән алған аҙыҡ-түлекте ҡапҡылап алдыҡ, доға уҡып теләктәр теләнек, фотоға төштөк.
Тауҙың икенсе һөҙәк яғынан аҫҡа төшә башланыҡ. Бында мин икенсе, минең өсөн ят булған сәсәкәләрҙе осраттым. Ылыҫ, сәскә еҫтәренән иҫерерһең, хозурлыҡтың сиге юҡ. Айғырҙа махсус туристар өсөн ашхана бар, төшкө аштан һуң тирә-яҡта йөрөп килдек. (Барырға уйлаған хәлдә, алдан шылтыратып, төшкө ашҡа заказ бирергә кәрәк). Йүгерек кенә шарлауыҡ ағып ята, Айгөлдөң күҙ йәштәре тип атала икән.
Ни өсөн улай аталған һуң? Ҡасандыр Ҡараташтың ҡыҙы сибәр Айгөлгә ике егет ғашыҡ була. Береһе Ирәмәлдең улы Айғыр, икенсеһе ямандар ырыуынан Инйәр. Тик Айгөлгә Айғыр яҡыныраҡ була шул. Ваҡыты еткәс Айғыр атаһы Ирәмәлде ҡыҙҙы һоратырға ебәрә, тик атаһы буш ҡул менән ҡайта. Быны ишеткән Инйәр ҡыуанып «Былай булғас ҡыҙ минеке була» - тип атаһын Ҡараташҡа ебәрә. Килешәләр, тик Айгөл быға риза булмай. Һөйгәненә еткерә был хәбәрҙе. Айғыр Инйәргә көс һынашырға тәҡдим итә, кем еңә ҡыҙ шуға була. Инйәр ризалаша, Айғырҙың уға ҡарағанда көслөрәк икәнен белә ул, шуға яу ҡырына бай дуҫтарын да алып килә. Оҙаҡ көрәшәләр былар, Инйәрҙең хәле бөтә бара, уны дуҫтары алмаштыра, Айғырға тын алырға ла бирмәйҙәр, кискә табан еңелә егет. Мәкерле уйлы Инйәр егетте яу ҡырында ташлап китә. Үҙенә күп ҡалмағанын һиҙеп Айғырҙың һуңғы тапҡыр ҡыҙҙы күргеһе килә. Һөйләшелгән урынға шыуа башлай, тик барып етә алмай юлда үлә һәм ҡая-ташҡа әйләнә. Ҡоштар уның үлеме тураһында ҡыҙға хәбәр итә. Быны ишеткән Айгөл күҙ йәштәрен тыя алмай, ҡайнар йәштәр йылға булып аға. Ҡыҙ ултырған урынында ташҡа әйләнә.
Бына ошондай матур легенда йәшәй был шарлауыҡ тураһында. Бер көнлөк сәйәхәт булһа ла күп кенә мәғлүмәт алдым. Аллаға шөкөр, был матур районды йылдың өс миҙгелендә лә күрергә тура килде. Сәйәхәт итергә яратҡан кешегә үҙебеҙҙен Башҡортостаныбыҙҙа ла матур урындар етерлек. Тик теләк кенә булһын.
Гөлкәй ҒӘБДРӘШИТОВА.