«Дағ» һүҙе авар теленән тау тигәнде аңлата, шунлыҡтан Дағстан тауҙар иле тип тәржемә ителә лә инде. Бер туған ағайымдың ҡыҙына ошо тауҙар иленә сәйәхәт итергә алып барырға вәғәҙәмде биргәйнем. Шул әйткән һүҙемде үтәп, матур көндәрҙең береһендә юлландыҡ ошо республикаға.
«Дербенттың алтын ҡомо» исемле отелды һайлағайныҡ. Бик йылы ҡаршы алдылар. Номерҙа барыһы ла бар, таҙа, тәртип. Кискә табан һуңлатып ҡына килеп еткәнгә күрә йыуынып, әйберҙәребеҙҙе урынлаштырҙыҡ та йоҡларға яттыҡ.
Иртәгәһенә гид менән осрашып экскурсиялар һайлап алдыҡ. Тәүге көндө әлбиттә Каспий диңгеҙе ярында үткәрҙек. Туғанымдың беренсегә диңгеҙ күреүе ине. Ҡыуанысы йөҙөнә сыҡҡан. «Апай, мин һыу инәм әле» - тип, минең яуабымды ла көтөп тормай төшөп китте. Мин ҡаршы килмәнем, әлбиттә, һыу инеп йөрөгән кешеләргә ҡарап диңгеҙ ярының тәрән түгеллеге күренә ине. Ысынлап та ун метрға китһәң дә беҙ ял иткән ерҙә диңгеҙ билдән генә ине. Шулай ҙа туғанымдан күҙемде лә алмай күҙәтәм, сөнки Каспий ул көндө бер аҙ борсоулы ине. Рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомонда ҡыҙынып кисте еткерҙек. Иртәгәһенә тәүге экскурсия Дербент ҡалаһына ине. Дербент — Төньяҡ Кавказдағы иң матур һәм илдәге иң боронғо ҡалаларҙың береһе. Күптән түгел уның ике мең йыллығын билдәләнеләр. Борон был тирәнән легендар Ебәк юлы үткән. Бында бик күп боронғо биналар һаҡланған, тар, бормалы урамдар буйлап йөрөгәндә үҙеңде боронғо заманда кеүек тояһың. ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫына ингән Нарын-Кала ҡәлғәһе тап ошонда урынлашҡан. Йәшен ике мең йыл тип билдәләйҙәр, әммә археологтар уның тағы ла боронғораҡ булыуын фаразлай. Уның ҙурлығы һоҡландыра, борон замандарҙа Дербент ҡалаһы өсөн оборона булып та хеҙмәт иткән. Ҡәлғә майҙанында бик күп ҡыҙыҡлы ҡоролма бар. Үҙәк өлөшөндә эсәр һыуҙы һаҡлау өсөн ер аҫты һыуһаҡлағысы һаҡланған. Шулай уҡ боронғо төрмә бар, ул туғыҙ метр тәрәнлектә урынлашҡан. Хан мунсаһы ла сәйәхәтселәрҙә ҡыҙыҡһыныу уята. Кискеһен йырлаусы, төҫлө фонтан ҡарап һоҡландыҡ.
Дағстан Республикаһына килгәс тауҙарҙы барып ҡарамау мөмкин түгел. Шуларҙың береһе Сулаҡ каньоны. Бында барыр алдынан йылы кейем дә алырға ҡуштылар. Һауа торошо тиҙ үҙгәреүсән тип аңлаттылар. Сулаҡ каньоны донъяла иң тәрән һәм Европала иң ҙурҙарҙың береһе һанала. Был данлыҡлы тәбиғәт ҡомартҡыһы үҙәк Дағстанда Сулаҡ йылғаһы үҙәнендә урынлашҡан. Өс-дүрт күҙәтеү майҙаны бар. Беҙ бәләкәй генә Дубки тигән ауылда урынлашҡан күҙәтеү майҙанынан ҡараныҡ. Бынан каньондың бар матурлығын күреп була. Тирә-яҡ тәрбиәләнгән, бар ерҙә лә таҙалыҡ. Аҫта боролоп-боролоп Сулаҡ йылғаһы аға, тирә-яғын ҡая таш уратып алған. Сулаҡ каньоны ни тиклем матур шул тиклем ҡурҡыныс та, текә һуҡмаҡтар, боролоштар... Туғаным өсөн ата-әсәһе алдында яуаплы булыуым иҫемә төшөп, нишләп бындай экскурсия һайланым икән тигән уй ҙа йүгереп үтте башымдан. Аллаға шөкөр барыһы ла ыңғай барҙы, бәлә-ҡазаһыҙ йөрөп ҡайттыҡ.
Дағстандың Хасавюрт ҡалаһында таныштарым да бар. Минең килеүемде белгәс ҡунаҡҡа саҡырҙылар. Шул тиклем йылы ҡаршы алдылар. Өҫтәлдә нимә генә юҡ, авар халҡының милли ашы иҫәпләнгән хинкал, чуду (йоҡа ғына йәймәләр эслек менән), емеш-еләк, тәм-томдар. Алжанат (танышымдың исеме) менән ике йыллап күрешмәгәнгә, һөйләшеп һүҙ бөтмәне. Авар халҡының ҡунаҡсыллығы башҡорт халҡына оҡшап тора. Күршеләре Башҡортостандан ҡунаҡ килгәнен белеп, беҙҙе кискелеккә үҙҙәренә саҡырҙылар. Шулай уйламағанда ғына ике урында ҡунаҡ булып, иртәгәһенә Магомед (танышымдың тормош иптәше) беҙҙе отельға илтеп ҡуйҙы. Хасавюрт ҡалаһында мәсеткә барҙыҡ, Алжанат мине баҙарға ла алып барҙы. Әйткәндәй, Хасавюрт баҙары иң ҙур баҙарҙарҙың береһе һанала. Күрше Чечен Репсубликаһынан да ошонда киләләр.
Ялыбыҙ бик файҙалы үтте. Ҙур ҡәнәғәтлек менән ҡайтыр юлға сыҡтыҡ. Туғаным «Апай, һиңә ҙур рәхмәт, минең иптәштәремдең айфондары бар, минеке юҡ, әммә мин уларҙан алда диңгеҙ күрҙем» - тине бәхетле йылмайып. Бына шулай, бер сәйәхәт үҙе бер ғүмер. Үҙ ҡаҙаныбыҙҙа ғына ҡайнап йәшәмәйек, ә донъя күреп, төрлө кешеләр менән аралашып йәшәйек, был күңелде байыта ғына.
Гөлкәй ҒӘБДРӘШИТОВА.