Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
9 Апрель , 00:05

Һарыштар коллектив менән «Көнгәк»кә яҙылды

Ошо көндәрҙә егәрле һәм берҙәм халҡы менән дан тотҡан Һарыш ауылына сығып, үҙ уҡыусыбыҙ менән аралашыу бәхетенә ирештек.

Һарыштар коллектив менән «Көнгәк»кә яҙылдыҺарыштар коллектив менән «Көнгәк»кә яҙылды
Һарыштар коллектив менән «Көнгәк»кә яҙылды

Гәзит-журналдарға яҙылыу осоронда ғына түгел, беҙ үҙ уҡыусыбыҙ менән һәр ваҡыт бәйләнеш һаҡлайбыҙ.

Ваҡытлы матбуғатҡа почта сығымы артыуына һәм башҡа сәбәптәргә ҡарамай, «Көнгәк»те алдырып уҡыусылар булыуы эшкә дәрт өҫтәй.

Оҙаҡ йылдар дауамында баҫманың тоғро дуҫы булған һәр кемгә рәхмәт белдерәбеҙ.

Редакция тарафынан иғлан ителгән төрлө акцияларҙа әүҙем ҡатнашыусылар ҙа бихисап. Улар менән хәбәрләшеп, форсат табып, осрашып торабыҙ.

Ошо көндәрҙә егәрле һәм берҙәм халҡы менән дан тотҡан Һарыш ауылына сығып, үҙ уҡыусыбыҙ менән аралашыу бәхетенә ирештек.

Гәзит биттәрендә был ауылдың тырышып донъя көткән кешеләре, башҡаларға өлгө булған ғаиләләре, ил һағындағы яугирҙәргә ярҙам күрһәткән ирекмәндәре хаҡында яҙылған мәҡәләләр даими донъя күрә.   

Баҫмаға икенсе ярты йыллыҡҡа яҙылыу башланыу менән «Коллектив менән - «Көнгәккә!» тип исемләнгән башланғысыбыҙҙы ла тәүгеләрҙән булып Һарыш мәктәбе хеҙмәткәрҙәре күтәреп алып, коллектив менән баҫмаға яҙылып та ҡуйҙы.

Уларға ауыл халҡы һәм ирекмәндәре лә ҡушылды. Район-ҡалала туған телдә баҫылған берҙән-бер милли баҫманы һаҡлап ҡалыуға үҙ өлөшөн индергән яҡташтарға рәхмәтебеҙҙе һәм иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.

Хөрмәтле гәзит уҡыусылар! Һеҙҙе лә ошондай рухлы райондаштарҙан өлгө алып, бары тик дөрөҫ яңылыҡ-хәбәр еткереүсе, файҙалы кәңәш биреүсе, күңелегеҙҙе рухи яҡтан байытыусы «Көнгәк»кә яҙылырға саҡырабыҙ! Бығаса бергә булдыҡ, киләсәктә лә бергә ҡалайыҡ, дуҫтар!

Автор фотолары. 

Һарыштар коллектив менән «Көнгәк»кә яҙылды
Һарыштар коллектив менән «Көнгәк»кә яҙылды
Автор:
Читайте нас