

Бөгөн ҡаланың К.Разумовский исемендәге Мәскәү дәүләт технология һәм идаралыҡ университеты филиалында «Фән, белем һәм ижад көнө - 2026» тип исемләнгән муниципаль фәнни - ғәмәли конференция үтте. Егерме дүртенсе тапҡыр ойошторолған сара Рәсәйҙә милләт-ара татыулыҡ йылына арналды.
Район мәғариф учреждениелары уҡыусыларын йыйған конференцияла тикшеренеү эштәре менән сығыш яһаған һәр кем үҙенең һәләтле, белемле булыуын иҫбатланы. Баһалама ағзалары иғтибарына тәҡдим ителгән эштәр мөһим һәм үҙенсәлекле ине.
Бөгөн мәктәптәрҙә һәм башҡа уҡыу учрежденеларында киләсәктә мөһим һәм кәрәкле проекттарҙы ғәмәлгә ашырырлыҡ уҡыусылар белем ала. Сарала байтаҡ көнүҙәк мәсьәлә күтәрелде, йәш быуын вәкилдәре фәнни-тикшеренеү эше өлгөләрен тәҡдим итеп кенә ҡалманы, үҙ фекере менән дә уртаҡлашты. Ғилми эштәрҙең бай йөкмәткеле, береһенән-береһе ҡыҙыҡлы булыуы иғтибарҙы йәлеп итте.
Был хаҡта тулыраҡ гәзиттең киләһе һанында.
Автор фотолары.