Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
13 Апрель , 10:00

11 йылдан ашыу төрмәлә ултырасаҡ

Эске Эштёр министрлығының БР буйынса Эске эштәр идаралығының урындағы бүлегенең элекке башлығы 11 йылға хөкөм ителде.

11 йылдан ашыу төрмәлә ултырасаҡ11 йылдан ашыу төрмәлә ултырасаҡ
11 йылдан ашыу төрмәлә ултырасаҡ

Стәрлетамаҡ ҡала суды Башҡортостан буйынса эске эштәр министрлығының иҡтисади именлек һәм коррупцияға ҡаршы көрәш идаралығының район-ара полиция бүлегенең элекке начальнигы Сергей Мироновҡа һәм уның танышы Наил Мәжитовҡа хөкөм ҡарары сығарҙы. Сергей Миронов айырыуса ҙур күләмдә ришүәт алыуҙа (РФ Енәйәт кодексының 290 — сы статьяһының 6-сы өлөшө), Ә Наил Мәжитов ришүәт алыуҙа аралашсылыҡта (РФ Енәйәт кодексының 291.1-се статьяһының 4-се өлөшө) ғәйепле тип табыла. Суд ҡарары тураһында Башҡортостан прокуратураһының матбуғат хеҙмәте һәм Башҡортостан судтарының берләштерелгән матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Суд билдәләүенсә, былтыр май айында полиция хеҙмәткәре танышына ниндәйҙер фирманың ҡала предприятиеһына биргән продукцияға хаҡты арттырыуы тураһында белә. Хоҡуҡ һаҡлау органдары яғынан артабанғы тикшереүҙәрҙе булдырмау өсөн фирма директоры Сергей Мироновҡа аралашсы аша 6 миллион һум тапшыра.Ниндәй коммерция ойошмаһы һәм заказсы тураһында һүҙ бара, матбуғат релиздары өндәшмәй. 2025 йылдың июнендә Федераль именлек хеҙмәтенең  Башҡортостан буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәре район-ара полиция бүлеге начальнигын аҡса алғанда ҡулға алды. Һуңыраҡ уны ышанысын юғалтыу сәбәпле эштән сығаралар.Суд элекке юғары вазифалы полицейскийҙы 11,5 йылға ҡаты режимлы колонияға хөкөм итә, шулай уҡ полиция подполковнигы дәрәжәһенән мәхрүм итә һәм ун тапҡыр ришүәт суммаһына штраф һала. Шулай уҡ уға 10 йылға хоҡуҡ һаҡлау органдары системаһында хеҙмәт итеү тыйыла. Наил Мәжитовты биш тапҡыр ришүәт күләмендә штраф менән ете йыл ярымға ҡаты режимлы колонияға хөкөм итәләр.

11 йылдан ашыу төрмәлә ултырасаҡ
11 йылдан ашыу төрмәлә ултырасаҡ
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас